Ҡунаҡбай халҡы зар илай - сүп һауыттары тулып, тирә-яҡҡа һаҫыҡ еҫ таралып ултыра бында. Ауыл бәләкәй, кешеләре лә аҙ ҡалған тиһәң дә, сүптәре күп йыйыла ниңәлер. Мораптал менән Отрада ауылдары халҡы ла бер заман ошондай уҡ бәлә менән яр һалғайны. Машина айына бер генә килә, ә сүп йыйыла, уны ҡайҙа ҡуйырға, тигәйнеләр. Аптыраҡ инде, сүп реформаһы башланғас та ауыл кешеһе: беҙҙә ҡый юҡ, булғанын мейескә яғабыҙ йә мал ашай, тип бер була ине, ә һөҙөмтәлә ана ҡалай килеп сыҡты. Ҡалдыҡтарҙы ташып та бөтөрөрлөк түгел. Бындай хәл килеп тыуғас, Мораптал менән Отрада ауылдарында Эко-сити менән өҫтәмә килешеү төҙөлдө, ә Ҡунаҡбайҙа был мәсьәлә нисек хәл ителер? Артабан инде, был хәлде аҙ ғына булһа ла еңеләйтеү өсөн, яндыра торғанын кеше күҙәтеүе аҫтында, махсус урында яндырасаҡтар. Был хаҡта беҙ район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм архитектура буйынса урынбаҫары Ринат Килдебаевтан һораштыҡ.
- Һәр ерҙә лә сүп-сарҙар күп. Мораптал менән Отрада ауылдарында бындай хәл килеп тыуғас, ауыл советтары Эко-ситиҙың төбәк операторҙары менән өҫтәмә килешеү төҙөнө. Килешеүгә ярашлы улар сүп-сарҙы өҫтәмә рәүештә тағы ла алып китергә тейештәр. Бының өсөн түләүҙе ауыл советтары үҙ өҫтөнә алды. Шулай уҡ хәҙер ағас, үлән кеүек ҡыйҙарҙы яндырыу өсөн урындар ҡарала. Был урын барлыҡ санпед нормаларына ла тап килергә тейеш. Ауыл һәм урман алыҫлығы ла, сүп-сарҙы яндырғанда, иҫәпкә алынасаҡ, - тине Ринат Ирек улы.
Марина БУКРЕЕВА, Ермолаево ауыл советы хакимиәте башлығы урынбаҫары:
- Был һорау үҙе бер бәлә булды. Кисә Ҡунаҡбайға барып килдек, аңлатыу эштәре алып барҙыҡ. Сүпте алып китеү графигын беҙ төҙөмәйбеҙ һәм беҙҙең менән килешеп тә төҙөмәйҙәр. Әлбиттә, айына бер тапҡыр ҡалдыҡтарҙы алып китеү ул аҙ. Әммә Эко-сити әйтеүенсә, Ҡунаҡбайҙа йәшәгән халыҡ иҫәбенә ҡарағанда айына бер тапҡыр ташыу ул норма. Айына ике тапҡыр килеп алһындар, тиһәк, өҫтәмә аҡса түләргә кәрәк буласаҡ. Эко-сити менән өҫтәмә килешеү төҙөү өсөн беҙҙең ауыл советының хәленән килмәй.
Ҡунаҡбайҙағы ҡыйҙарҙы 19 майҙа алып китәсәктәр. Һәр кем өҫтәмә тоҡтарға сүптәрегеҙҙе тултырығыҙ ҙа, тейәргә килгәндәрендә һалып ебәрегеҙ, тип әйтәбеҙ халыҡҡа. Бар ерҙә лә ошо күренеш күҙәтелә. Элек Ермолаево ауылында ла таҙа була торғайны, хәҙер унда ла сүп-сар бактары һәр саҡ тулып тора.