Элек был турала уйлап та бирмәһәк, хәҙер унһыҙ тормошобоҙ тормош түгел, йоҡлап киткәнсе шунда текләп ятһаҡ, иртән күҙҙе тырнап асыу менән йәнә шунда кереп китәбеҙ. Социаль селтәрҙәр хаҡында һүҙ. Борон ялыуҙарҙы ҡағыҙға яҙып, уны конвертҡа төшөрөп, төкөрөкләп йәбештереп ҡыялһаҡ, хәҙер хаталымы - нисек итеп булһа ла, интернеттан яҙҙың да ырғыттың - йөкмәткеһе аңлашылһа - булды.
Үткән дүшәмбе район хакимиәтендә тап ошо турала һөйләшеү барҙы - халыҡтың интернетта яҙған үтенес-ялыуҙарын власть ҡалай итеп ҡабул итергә тейеш. Өфөнән килгән белгес Роман Осокин был турала тәфсирләп аңлатырға тырышты. Хәҙер һәр береһе оҫта, бигерәк тә ялыуҙар яҙырға маһирҙар, уларға ҡалай итеп яуап бирергә икәнен төшөндөрҙө. Юлай Талха улы Ильясов, һәр мөрәжәғәт күҙ уңынан төшөп ҡалырға тейеш түгел, яуап тиҙ һәм һорау биргән кешене ҡәнәғәтләндерерлек булырға тейеш, тине. «Денег нет, но вы держитесь там», - тигән яуаптар бөтөнләй ҡабул ителмәй, тип киҫәтте. Фейктан яҙыусылар менән нишләргә - был һорау күптәрҙе борсой, быға ла яуап булды: яуап бирергә. Интернетта тролль тигән нәмә ныҡ алға китте, нимә теләй, шуны яҙыуҙары ихтимал, тролдең маҡсаты - чиновникты сығырынан сығарыу, асыуландырыу. Провокацияға бирелергә ярамай, бирләнмәй-нитмәй генә, факттарға таянып, кәрәк булһа, фотолар ҙа өҫтәп, тыныс яуап бирергә. Фейк, анонимдар булды һәм буласаҡ, был күренештән бер ҡайҙа ла ҡасып китеп булмай, улар барыһы ла - беҙҙең халыҡ, ә халыҡ менән нисек булһа ла, әҙәмсә мөғәлләмә итергә кәрәк, тиештеләр.
Был һөйләшеү барлыҡ власть кешеләре өсөн файҙалы булғандыр, ялыу-фәләндәрҙе барыбер яҙасаҡтар, хәҙер интернет киңлектәрендә улар менән дөрөҫ итеп эшләй белергә ныҡлап өйрәнергә кәрәк.
«Юшатыр» гәзитенә лә аноним ялыу хаттары, Бәйләнештә селтәрендәге «Юшатыр» төркөмөнә аноним ялыуҙар килеп тора.
Редакция кемделер мыҫҡыл иткән, түбәнһеткән хаттарҙы баҫмай, әммә ялыуҙарҙы баҫа (әгәр шәхесте туранан-тура бысратмаһа). Беҙгә яҙалар, беҙ баҫабыҙ, ялыуҙарға яуаптар эҙләйбеҙ. Күптәр, анонды баҫмағыҙ, тип әйткәне булды, баҫабыҙ - беҙҙә кешенең күҙенә тура ҡарап һөйләшеү алама нәмә һанала бит. Әлегә шулай ғына булдыра алабыҙ. Бына анонимсылар тураһында бер хат. Быны уйланыу өсөн бирәбеҙ: ялыу яҙғандың позицияһы бер төрлө булһа, уныҡынан тыш икенсе позиция ла була (Хатты эшкәртмәй, төҙәтмәй бирәбеҙ).
«Доброй ночи Малик Минибулатович! Поздно, но гафу итегез инде. Анон ялыуҙарҙы уҡыйым да уйға ҡалам. Иногда пишут ведь не правду. Урам буйында тәмәке тартып, семечки сиртеп, пиво эсеп көнө буйы ултыралар, кемдер уларға эшләргә тейеш. Мин просто ғына һеҙгә аптырап яҙам. Пусть выходят на субботники, мәсеттә өмә була, зыяратта өмә, яҙырға бы, конечно, шул турала. Порядок в деревне им не нравится, привыкли жить как хотели раньше. Скот, собаки беспризорно нельзя, мусор собрать, траву косить. Для жизни есть все удобства, сенокос пож-та, держи скот, земли много. Көтөп ултыралар, кемдер эшләргә тейеш. Элек совхоз эшләне, улар эсте. Хәҙер бына шәп аналитиктарга әйләнделәр, правдоруб, правозащитник булып киттеләр, ситтән генә оценка бирәләр, эшләгән кешене күрә алмайҙар, ә үҙҙәренең ауыл өсөн ҡыл да ҡыбырлатҡаны юҡ».
Редакция был мәсьәләгә ҡарата ҡайһы бер етәкселәрҙең фекерен белеште.
Шамил ЗИЯТДИНОВ, район хакимиәте башлығының кадрҙар эше һәм социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы:
- Аноним ялыуҙарҙы ниндәй уй менән яҙыуҙарына ҡарап тикшереү яҡлы мин. Әгәр ҙә ҡара уйлы әҙәм кемделер батҡаҡҡа батырыу өсөн генә яҙа икән, ундайҙарға иғтибарҙы ла, ваҡытты ла сарыф итергә кәрәкмәй, минеңсә. Әгәр ҙә ысынлап та проблема бар икән, унда инде хәл итеү мотлаҡ.
Ильяс ЮЛДЫБАЕВ, Таймаҫ ауыл советы хакимиәте башлығы:
- Аноним ялыу яҙыуҙарға мин бөтөнләй ҡаршы. Хәҙер төрлө кешеләр бар, берәйһенән үс алам, тип кенә лә яҙа алалар бындай хатты. Иң асыу килтергәне: уларҙың кире адрестары булмау. Йәшенеп ялыу яҙалар икән, тимәк, дөрөҫтө яҙмайҙар. Әгәр ҙә проблемалары килеп сыҡһа, иң тәүҙә урындағы етәкселәргә мөрәжәғәт итһендәр, улар ишетмәһә, унда инде өҫкә йүгерерҙәр. Урамда бер лампочка янмаһа ла, республика күләменә яҙып маташалар, ул лампочканы алмаштырыу - урында ғына хәл ителә торған мәсьәлә.
Юнир СЫНБУЛАТОВ, Яҡшымбәт ауыл советы хакимиәте башлығы:
- Ысынлап та, ауылы үҫһен тип, халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртып йөрөгән кеше икән, ул булған мәсьәләләрҙе ауыл советына килеп күҙгә ҡарап әйтә. Ә кемдәр инде аяҡ салырға тырыша, улар аноним ялыу яҙыу менән булыша. Ундай ялыу яҙған кешеләрҙең йәшенеп донъя бутауҙан башҡа ҡулдарынан бер эш тә килмәй.
Әгәр ҙә проблемалары килеп сыға икән, шунда уҡ ауыл старосталарына мөрәжәғәт итһендәр. Старосталарҙы беҙ ни өсөн һайланыҡ һуң? Ул һис шикһеҙ мәсьәләне беҙгә еткерә, әгәр ҙә проблеманы хәл итергә беҙҙең ҡулдан килмәһә, унда инде өҫкә мөрәжәғәт итерҙәр. Ә беҙҙә свет янмаһа ла, һыу булмаһа ла, шунда уҡ район хакимиәте башлығына йүгерәләр.