Все новости
Көнүҙәк мәсьәлә
14 Июня 2019, 13:19

Бәҙрәфле буласаҡбыҙ

Һөйөнсө, Күмертауҙа тиҙҙән йәмәғәт бәҙрәфе буласаҡ. Былтыр июль айында «Юшатыр» был проблема хаҡында яҙып та сыҡҡайны.

Һөйөнсө, Күмертауҙа тиҙҙән йәмәғәт бәҙрәфе буласаҡ. Былтыр июль айында «Юшатыр» был проблема хаҡында яҙып та сыҡҡайны.

Ысынлап та, бер ҡараһаң, проблема бер ҙә генә иҫ китерлек түгел һымаҡ, икенсе яҡтан халыҡ өсөн бик тә кәрәк әйбер. Ҡалала ҙур йорттар, башҡа объекттар төҙөлә, уларға ҙур иғтибар бүленә. Ә бына бәҙрәф кәрәклеге хаҡында уйлап та бирмәйҙәр. Ниһайәт, халыҡтың был проблемаһын аңланылар шикелле. Тиҙҙән ҡаланың Совет майҙаны янына йәмәғәт бәҙрәфе эшләп ҡуймаҡсылар. Хәҙер инде ҡалала иркенләп йөрөргә була, сөнки ҡыҫтала-нитә ҡалһаң, йүгереп кенә кереп сығыр урын буласаҡ. Бигерәк тә ауылдан килгән кешегә ҡалала ҡыйын. Улар ҡайҙа барырға белмәй аптырай. Әлеге көндә бәҙрәф тик Үҙәк баҙарҙа ғына. Үҙәк майҙандан баҙарға йүгереп барып етеп өлгөрмәҫкә лә мөмкинһең бит әле. Шулай уҡ был майҙанда һәр ваҡыт байрамдар үткәрелеп тора. Миҫалға Мәскәүҙе алһаҡ, унда 300-ләп йәмәғәт бәҙрәфе бар. Санкт-Петербургта 150 самаһы, ә бына миллионлы ҡала Екатеринбургта улар ни бары 7-8 генә. Шул уҡ ваҡытта хәжәтте ҡайҙа теләйһең, шунда, мәҫәлән, ҡыуаҡ артында, башҡарырға ярамай. Уның өсөн штраф түләргә тура киләсәк.

Убырныйҙы төҙөүен төҙөп ҡуйырҙар ҙа ул, әлеге лә баяғы беҙҙең халыҡтың культураһыҙлығы борсоуға һала бит әле. Был урынды хәшәрәт ояһына әйләндермәһәләр генә ярай ҙа.

Был бәҙрәф ҡасан төҙөләсәк? Ҡайһы урында урынлашасаҡ? Ошо һорауҙарға яуапты ҡала хакимиәтенең архитектура бүлегенән һорашып белдек. Күмертауҙың баш архитекторы Светлана Гирш әйтеүенсә, бәҙрәфтең проекты күптән әҙер. Әлеге көндә ҡала хакимиәте бинаһы артында бәҙрәфтең төҙөлөш эштәре башланған да инде. Үрҙәге фотола һеҙ ҡалала тиҙҙән ҡалҡып сығасаҡ йәмәғәт бәҙрәфенең проектын күрәһегеҙ.
Читайте нас: