Тирләп-бешеп, кәзә майҙары сығарып, ҡоштар һайрауын тыңлап, тәбиғәттең матурлығына хозурланып бесән сабыр мәл етте. Һәр йылдағыса, властар гәрсә халыҡҡа өндәшә: миҙгелдең һәр секунды ҡәҙерле, йәйҙең бер көнө йылды туйҙырыр тигәндәр, дәррәү генә барсабыҙға бесән эшенә тотонорға кәрәк. Ауылдағы халыҡҡа һәр яҡтан ярҙам итергә, ҡалала булғандарға, отпуск ала һалып, тиҙерәк ата-әсә янына ҡайтырға ла салғыға йәбешергә кәрәк. Ғөмүмән, йәше-ҡарты, ата енесле, инә енеслеһе, ҡыбырлап йөрөй алған һәр кеме - салғыға!
Ауыл башлыҡтарына, хужалыҡ етәкселәренә лә малы булғандарға һәр йәһәттән ярҙам күрһәтеү мотлаҡ - береһе лә ҡайҙа икән минең диләнкәм, трактор ҡайҙан табайым, трактор тапҡайным, арбаһы юҡ, тип аптырашып йөрөмәһендәр. Хәйерле сәғәттә, иптәштәр, үләндәр ҡуйы, сапҡан ерҙәрегеҙ тигеҙ, таш-тошһоҙ булһын.