Все новости
Көнүҙәк мәсьәлә
2 Августа 2019, 12:16

Дуҫмы, әллә дошманмы?

Берәҙәк эттәр темаһын күп яҡтыртабыҙ. «Эттәр өйөрө менән йөрөй, нишләп ауламайҙар икән? Малға тейәләр, урамға сығыуы ла ҡурҡыныс, эттәр тулып йөрөй», - тигән хаттарҙы ла, шылтыратыуҙарҙы ла йыш ҡабул итергә тура килә. Ә был юлы инде беҙҙе эттәр тураһында яҙырға тиҙҙән сығасаҡ яңы закон этәрҙе.

Берәҙәк эттәр темаһын күп яҡтыртабыҙ. «Эттәр өйөрө менән йөрөй, нишләп ауламайҙар икән? Малға тейәләр, урамға сығыуы ла ҡурҡыныс, эттәр тулып йөрөй», - тигән хаттарҙы ла, шылтыратыуҙарҙы ла йыш ҡабул итергә тура килә. Ә был юлы инде беҙҙе эттәр тураһында яҙырға тиҙҙән сығасаҡ яңы закон этәрҙе.

Киләһе йылдан Рәсәйҙә берәҙәк эттәр һәм бесәйҙәрҙең яҙмышы ҡырҡа үҙгәрәсәк. 1 ғинуарҙан был хайуандар менән яуаплы мөғәмәлә итеү буйынса яңы федераль закон үҙ көсөнә инәсәк. Был яңы закон үҙенең быға тиклем булмаған гуманлылығы менән айырылып тора.

Эт тураһында башҡорт халҡында ике төрлө мәғәнәле әйтем-мәҡәлдәр йәшәй. Бер яҡтан эт — ул иң яҡын, иң тоғро дуҫ һанала. Мәҫәлән: «Эт эйәрткән иптәшле», «Эт эйәһен белер», «Ҡәҙер белмәҫ ҡәрендәштән, ҡәҙер белгән эт артыҡ». Шулай уҡ иң алама нәмәне лә, уҫал кешене лә эткә тиңләйҙәр. «Күршеңдә эт булһын, күршең үҙе эт булмаһын», «Килен көнө – эт көнө», «Эткә – эт үлеме», «Эт кеүек йәшәй». Ошоноң кеүек миҫалдарҙы күп килтерергә була. Шулай итеп эт бер яҡтан дуҫ, икенсе яҡтан дошман булып сыға түгелме?

Элекке замандарҙы хәтергә төшөрһәк, ул ваҡытта урамда йөрөгән һәр этте, хужаһы бармы-юҡмы, шарт-шорт атып китәләр ҙә бара торғайнылар. Аҙағыраҡ йоҡлата торған дарыу менән генә «ата» башланылар. Һуңғы ваҡытта быларҙың барыһын да эшләргә ярамай тип, урамда хужаһыҙ йөрөгән хайуанҡайҙарҙы тотоп, стерилләп, ҡотороҡ ауырыуынан прививка эшләп, кире ебәрә башланылар.

Бына беҙҙең дүрт аяҡлы дуҫтарыбыҙ тураһында тағы ла яңыраҡ закон уйлап тапҡандар. Беренсенән, хәҙер закон буйынса уларҙың ғүмерен өҙөргә (эвтаназия яһарға) ярамаясаҡ. Хужаһыҙ йөрөгән эт-бесәйҙәрҙе тотҡан саҡты видеоға төшөрөп алыр кәрәк буласаҡ. Уларҙы аулаған саҡта йәрәхәтләй йә үлтерә торған ысулдар ҡулланмаҫҡа тейештәр. Аҙаҡ был эт йәки бесәйҙе махсус приютҡа урынлаштырып, төрлө ергә иғлан биреп, уның хужаһын эҙләү бурысы тора. Хужалары табылһа, эт-бесәйҙәрҙе уларға ҡайтарып бирәләр. Ә хужалары табылмаған осраҡта был хайуандар яңы хужа табылғансы йә ғүмере бөткәнсе ошо приюттарҙа йәшәргә мәжбүрҙәр. Приюттарҙа һау эттәрҙе үлтерергә ярамаясаҡ, тик ветеринар тикшеренеүе үткән һәм «йәшәй алмаҫлыҡ» тигән мөһөр һуғылған, сирле эт-бесәйҙәрҙе генә мәңгегә йоҡлатыу мөмкин буласаҡ.

Шулай итеп, киләһе йылдан урамдағы эт-бесәйҙәргә ҡырын ҡарарға ла, таяҡ менән һуғырға ла ярамаясаҡ. Улар кешеләргә тиң хоҡуҡ ала. Берәй кешегә эт ташланһа, этте яҡларғамы әллә кешенеме, тип аптырап та торорһоң әле.

Яңыраҡ район хакимиәтендә берәҙәк йорт хайуандары темаһы буйынса кәңәшмә уҙҙы. Был турала беҙгә район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Нәүғәт Хисмәтуллин һөйләне:

- Беҙ райондағы эттәрҙе аулау өсөн Күмертауҙың «Панацея» ветеринар үҙәге менән килешеү төҙөгәйнек, әммә улар был килешеүгә ярашлы заказды тейешенсә үтәмәй килделәр. Йылдың тәүге яртыһында барлығы 38 эт һәм 1 бесәй генә аулағандар. Шуға күрә үҙәк етәкселеге менән ҡаты һөйләшеү булды һәм эш артабан да шулай дауам итһә, килешеүҙе өҙәсәкбеҙ, тиеп тағы ла әҙерәк ваҡыт бирелде. Әле улар ике аҙна эсендә урамдарҙа йөрөгән 42 эт һәм 14 бесәй тотолоуы тураһында отчет бирҙе. Таймаҫ, Ермолаево, Свобода, Отрада, Мораптал, Бахмут ауыл советтары был эштә әүҙемлек күрһәтте. Башҡа силсәүиттәр йә бөтөнләй заявка бирмәгәндәр, йә башҡа сәбәптәр менән һүлпән эшләйҙәр, әммә улар ҙа артабан тырышасаҡбыҙ тигән вәғәҙә бирҙе. Әгәр ҙә беҙ берәҙәк эттәрҙе аулау өсөн бирелгән 600 мең һумдан күберәк аҡсаны бер йыл эсендә үҙләштермәһәк, киләһе йылда аҡсаһыҙ ҡаласаҡбыҙ.

Шуны ла әйтергә кәрәк: кемдәрҙер эттәр тулып йөрөй, тип зарлана, ә кемдәрҙер минең этте алып киткәндәр, тип үпкәләй. Хужаһы булған эт урамда йөрөргә тейеш түгел, ул бәйле булырға тейеш. Шундай осраҡтар була - эттәр бәйҙәренән ысҡынып китеп, мал-тыуарға тейергә ярата. Ундай эттәрҙең хужалары үҙҙәре үк эвтаназия яһауҙарын һорап мөрәжәғәт итә. Бындай теләк белдереүселәр ветстанцияға барып ғариза яҙырға тейештәр. Шул осраҡта был эш 500 һумға төшәсәк, ә «Панацея» үҙәге был эш өсөн 2 мең һум аҡса һорай. Әгәр ҙә хужалар миңә кәрәкмәй, тип эттәрен урамға сығарып ебәреп кенә ҡотолоу сараһын күрәләр һәм силсәүит уларға протокол төҙөй икән, был эттәрҙең хужаларына иһә 1 мең һум штраф һалынасаҡ. Ошо хаҡта ла онотмаһын ине дүрт аяҡлы дуҫтарыбыҙҙың хужалары.
Читайте нас: