Капитализм, һыу әйҙә, тигән кеүек теге йылдарҙа уҡ беҙҙең яҡташ яҙыусыбыҙ Рәшит Солтангәрәев яҙғайны. Капитализм күптән тупһабыҙ аша үтеп инде, тик беҙ һаман булһа уны күрмәйбеҙ, ахыры. Быға миҫалдар күп. Шуларҙың береһе - ауылда йәшәгән халыҡтың бесәнлек һәм көтөүлек ерҙәренә ҡағыла. Был ерҙе ата-бабалар ҡан ҡойоп яҡлап ҡалған һәм башҡа фәлән-фәсмәтән, тип һөйләгән хәтирә-мәтирәне береһе лә тыңлап тормаясаҡ. Әле үк бесән сапҡан, көтөү көткән ерҙәрҙе башҡалар килеп алыу ҡурҡынысы янай. Ә халыҡ һаман да элекке һымаҡ йәшәүен дауам итә - был ерҙәрҙә ғүмер буйы бесән әҙерләнек, мал көттөк, артабан да шулай булыр. Район етәкселеге әллә күпме әйтә килә: тиҙ арала рәсмиләштерегеҙ шуларҙы, башҡа райондарҙан килеп ала башланылар бит инде, тора-бара мал ҡыуырға ла ерегеҙ ҡалмай ҙа баһа. Бесәнлек ере һәр кешегә 2,5 гектар самаһы бирелә. Бөгөн мөмкин булған һәр ерҙе рәсмиләштереп ҡуйырға кәрәк. Көтөү ерҙәре менән хәл башҡасараҡ: улар бер кемдеке лә түгел һанала икән, Ырымбур кешеһе йә Краснодар кешеһе килеп үҙенә алыуы бар.
Аямаған йәнен, түккән ҡанын, һис бирмәгән башҡорт Уралын, тип өйҙән дә сыға алмай ятып, йыр һуҙып, малды ҡыуыр ерһеҙ, уларға аҙыҡ әҙерләр сабынлыҡһыҙ ҡалмаһаҡ ине. Был турала район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Нәүғәт Кәлимулла улы Хисмәтуллин да түбәндәгеләрҙе һөйләй:
- Сабынлыҡтарығыҙҙы, көтөүлектәрҙе рәсмиләштереп теркәп ҡуйығыҙ тип, 2006 йылдан алып әйтә киләм. Ошо көнгәсә был эште һаман башҡармағандар бар. Көтөүлектәрҙе теркәү ысулын табығыҙ, тип тә әллә күпме тапҡырҙар ҡабатланым. Бөтөнләй көтөүлек ерһеҙ ҡалмаҫ өсөн ауыл советы көтөүлектәрҙе үҙенә теркәр ине лә, документация эше өсөн аҙыраҡ аҡсаһы кәрәк. Бында халыҡтан ярҙам талап ителәсәк. Фермерҙар яҡшы эшләй, тип бер яҡтан уларҙы маҡтайбыҙ, икенсе яҡтан уларҙың да күбеһе көтөүлек ерҙәрен рәсмиләштермәгән. Берәй көн килеп ер бөтөнләй ҡалмаҫҡа мөмкин. Халыҡ бесәнлеген оформить итергә ашҡынып бармай. Һалымынан ҡурҡамы икән? Бесәнлек өсөн һалым бик күп түгел икәнен аңлаһындар ине. Был турала мин һәр сходта ла әйтә килдем.
Ошо проблемалар тураһында муниципаль ер контроле белгесе Рөстәм Тәлғәт улы Байгилдин дә былай тине:
- Был турала бик күп тапҡырҙар халыҡ менән осрашыуҙа әйтә киләм. Тағы бер тапҡыр ҡабатлайым: буш торған ерҙәрҙе һорап килеүсе булһа, беҙҙең уны бирмәҫкә хоҡуғыбыҙ юҡ. Күптәр бесәнлектәренә һаман документ юлламаған. Шулай уҡ бик күптәр бесәнлек ере етешмәй, тип зарлана. Сабынлыҡтар бик күп ул, тик бөтәһенә лә йортона яҡын урындан кәрәк. Бар кешегә лә яҡындан ғына бесәнлек еткереп булмай. Көтөүлек ерҙәрен дә силсәүиттәр үҙҙәре исеменә теркәһен, тип әйтә киләбеҙ. Әммә улар ҙа һаман ҡуҙғалмай. Ауыл советы һалым түләүҙән азат бит. Бесәнлекте лә шул һалымдан ҡурҡып рәсмиләштерергә ашыҡмайҙар. Ҡурҡмаһындар, һалымы күп түгел уның. Ниндәй генә маҡсат менән ер алһалар ҙа, ул ер документ менән теркәлгән булырға тейеш. Был турала мин 2013 йылда эшкә килгәне бирле һөйләйем. Әлеге көндә районда барлығы 17 мең га бесәнлек, 10 меңгә яҡын шәхси хужалыҡ иҫәпләнә. Бөгөнгө көндә райондың эре хужалыҡтары һәм бер нисә фермер ғына көтөүлек ерҙәрен оформить иткән. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың ере, тип ҡысҡырынғансы, тиҙерәк үҙҙәренең барлыҡ ерҙәренә документ эшләһен ине халыҡ. Көтөүлектәр буйынса ялыуҙар күп. Ялсыҡайҙан, мәҫәлән, бер фермер малдарын ебәрҙе лә, ауыл халҡына көтөргә ер юҡ, тип яҙғандар. Ә был ерҙәр әлегә бер кемдеке лә түгел. Ҡансырала ла шул уҡ проблема. Шуға тағы бер ҡат әйтәбеҙ: рәсмиләштерегеҙ. Кисә генә бер ауыл башлығы миңә нимәгә кәрәк ул көтөүлек ере, тип сығып китте. Эштәр былай барһа, малды ҡыуырға тиҙҙән урын ҡалмаясаҡ. Ғөмүмән, бер һыйыр ғына аҫырайһың икән, бесәнде һатып алһаң, күпкә арзанғараҡ та төшә.