Башҡортостанда халҡы 500 кешенән ашҡан ауыл һәм ҡасабаларҙы автобус маршруттары бәйләйәсәк. РБ Башлығы Радий Хәбиров 2020 йылға ошо тармаҡ өсөн яуаплы чиновниктарға шундай бурыс йөкмәтте. Ә Көйөргәҙелә ошо йүнәлештә эштәр нисек барғанлығы тураһында беҙ район хакимиәтенең эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫары Тимур Иҙрисовтан белештек.
- Әлегә районыбыҙҙа автобустар Яҡшымбәт, Таймаҫ, Мораптал, Ермолаево һәм Айсыуаҡ маршруттары буйынса йөрөй. 2024 йылға башҡа ауылдарҙы ла автобус маршруты менән тьәмин итергә планлаштырылған. Бындай транспорт көнөнә өс тапҡыр йөрөйәсәк. Әлбиттә, ҡайһы бер ауылдарға автобус йөрөтөү үҙен аҡламаясаҡ. Сөнки автобустар тулы булмаясаҡ. Ләкин, шулай булһа ла маршруттар асыласаҡ, алынмаған килемде хөкүмәт ҡаплаясаҡ.
Әлегә районда яңы асыласаҡ маршруттар картаһын төҙөйбөҙ. Өс йүнәлеш буйынса ебәрергә планлаштырҙыҡ: Горный Ключ-Ермолаево, Бахмут-Ермолаево, Түбәнге Бабалар-Күмертау. Тәүҙә был маршруттарҙы хеҙмәтләндерәсәк автотранспорт предприятиелары йәки шәхси эшҡыуарҙар араһында мотлаҡ конкурс уҙғарыласаҡ. Конкурстың үҙ талаптары бар: автобустың яңы булыуы мотлаҡ, техник яҡтан төҙөкмө-юҡмы, глонас системаһы менән тәъмин ителгәнме, һәм башҡалар. Былар барыһы ла пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеге өсөн эшләнә. Шулай уҡ халыҡ белеп торһон өсөн тағы бер мәғлүмәт: легаль эшләгән автобустар страховкаланған. Әгәр ҙә, Аллам һаҡлаһын, юлда бәлә-ҡаза булһа, кеше имгәнә ҡалһа, страховка түләнәсәк. Шуға ла пассажирҙар легаль маршруттарҙа ғына йөрөргә тырышһалар, яҡшы буласаҡ, - ти Тимур Насибулла улы.