Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
7 Февраль 2020, 13:16

Һәнәк тотоп йөрөрҙәрме?

Кинйәбай ауылында ҙур бәлә: бында урам буйлап ҡырағай хайуандар йөрөй. Өс аҙна самаһы 7-8 ҡабан сусҡаһы беҙҙең ауылда прописанный һымаҡ йөрөп яталар, тип ялыу яҙҙылар.

Кинйәбай ауылында ҙур бәлә: бында урам буйлап ҡырағай хайуандар йөрөй. Өс аҙна самаһы 7-8 ҡабан сусҡаһы беҙҙең ауылда прописанный һымаҡ йөрөп яталар, тип ялыу яҙҙылар. Бының өҫтәүенә ауылда ныҡ ҡараңғы икән - күҙгә төртһәң дә бер ни күренмәй.
Кинйәбайҙан фото һәм видео ебәрҙеләр, уларҙы ҡарағас та тәндәр эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Бөрйән балалары мәктәпкә барғанда ҡулына балта тотоп йөрөйҙәр ине, Кинйәбай балаларының да ҡулына балта булмаһа ла, һәнәк тоттороп ебәрер ваҡыт етмәнеме икән?
Кинйәбай ауылынан ошондай йөкмәткеле хат һәм видео ҡабул иткәс, һорауҙарға яуап эҙләп иң тәүҙә Керәүле-Илюшкин ауыл советы хакимиәте башлығы Игорь Ворошиловҡа мөрәжәғәт иттек.
- Ауылда ҡабан сусҡалары йөрөй, тип миңә берәү ҙә әйткәне булманы. Берәй проблема килеп сыға икән, әллә ҡайҙа ялыу яҙып ятҡансы, иң тәүҙә ауыл советы хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Кинйәбай ауылы Наҡаҫбаш заказнигы биләмәһендә урынлашҡан. Шуға күрә ауыл тирәһендә төрлө ҡырағай хайуандар йөрөүе лә ихтимал. Улар бер ҙә генә ауыл эсенә кермәй, тик әҙерәк яҡыныраҡ килә. Урамдағы яҡтылыҡ мәсьәләһе буйынса инде, өҫтәмә лампочкалар ҡуйыр өсөн заявка бирелгән, әҙерәк көтөргә генә кәрәк, - тип яуап бирҙе Игорь Леонидович.
Ауыл халҡы әйтеүенсә, ысынлап та урамда ҡабан сусҡалары йөрөймө икәнен белер өсөн Наҡаҫбаш заказнигы инспекторы Шәфҡәт Ярышев менән дә һөйләштек.
- Халыҡ үҙҙәренең ауылы заказник территорияһында урынлашҡанын бик яҡшы белә. Шуға күрә уларға һәр ваҡыт абай булырға кәрәк. Ҡабан сусҡаларының өйөрө менән ауыл эсендә йөрөгәнен бер ҙә генә күргәнем юҡ. Әлеге ваҡытта ҡар күп, йәнлектәргә урманда аҙыҡ табыуы ҡыйынлаша, шуға ла улар ауылға яҡыныраҡ килеүҙәре бар. Ғәҙәттә, кис көнө сәғәт алтыларҙа ауыл ситенә киләләр ҙә, таң менән кире китәләр. Бәләкәй генә ҡабан балалары йөрөй. Уларҙың кешегә бер зыяны ла юҡ. Әгәр кешеләр үҙҙәре теймәһә, эттән өркөтмәһә, улар ҙа кешегә бер зыян да эшләмәй. Ғөмүмән, заказниктағы хайуандарға тейергә, уларҙы атырға ярамай. Мин үҙем ҡаргиҙәр менән барып ҡабан сусҡаларын ашатып йөрөйөм. Заказниктың ялан кәртәләре лә юҡ, хайуандар өсөн бер ниндәй сик тә юҡ, быны халыҡ аңлап ҡабул итергә тейеш. Кинйәбайҙар минең телефон һандарын белә, кәрәк икән шылтыратһындар миңә, - тигән яуап бирҙе ул беҙгә.
Читайте нас: