Все новости
Көнүҙәк мәсьәлә
16 Февраля 2020, 11:00

Ҡабул ғына итһендәр...

Шәхси торлаҡ төҙөү өсөн ер участкаларын бушлай алыуға хоҡуҡлы өс һәм унан да күберәк балалы, шулай уҡ инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр 250 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләүгә иҫәп тота ала.

Шәхси торлаҡ төҙөү өсөн ер участкаларын бушлай алыуға хоҡуҡлы өс һәм унан да күберәк балалы, шулай уҡ инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр 250 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләүгә иҫәп тота ала.
Республика парламенты депутаттары сираттағы пленар ултырышта «Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында» тейешле закон проектын ҡарарға ниәтләй. Әгәр проект ҡабул ителһә, аҡса алырғамы йәиһә дәүләт биргән ер участкаһында йорт төҙөргәме - граждандар үҙҙәре һайлаясаҡ.
Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев фекеренсә, ташламаларҙан файҙаланыусыға уңайлы булһын өсөн тәҡдим ителгән сара был.
- Компенсация граждандарҙың ризалығы менән генә түләнәсәк, йәғни һайлау хоҡуғы буласаҡ: ер йәки аҡса, – тип аңлатма бирә ул.
Кешеләр йыш ҡына ерҙе үҙҙәре теләгән урындан ала алмай, үҙенең участкаһында уңайлы йәшәү мөмкинлегенән мәхрүм, тип билдәләне спикер. Шулай уҡ күптәр йорт төҙөп мәшәҡәтләнергә теләмәй йәки йорт һалыр өсөн финанс мөмкинлеге юҡ, йә иһә ҡала ситендәге өйгә ҡарағанда ҡала фатирына өҫтөнлөк бирә.
- Граждандарҙың бындай категориялары өсөн участкаға ҡарағанда аҡса алыу яҡшыраҡ булыр ине. Тейешле законды ҡабул итеү уларға шундай мөмкинлек бирәсәк, - ти Константин Толкачев.
Ситтән ҡарағанда, шәп идея, бушлай ер ал да (ҡала янында ер хәҙер ҡыйбат) йорт һал. Тик буш ергә сират ҙур, йылдар буйы тороп та ала алмағандар ҙа бихисап. Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ: мәҫәлән, райондағы ғаиләләр элек барыһы ла ерҙе Ермолаевонан йә булмаһа Айсыуаҡтан йәки Йомағужанан алырға теләп, хакимиәт юлын тапап таҡырайтып бөттөләр. Ҡайһы берҙәре тырыша торғас, район үҙәгенән ер алып, бәхетле булырға ла өлгөрҙө. Шулай инде, ҡайҙалыр төпкөлдә ятҡан ауылда ер алып ниндәй файҙа - перспективаһыҙ урында йорт һалыу уйға ла килмәй, был ерҙе һатыу түгел, бушлай бирһәң дә береһе лә алмаҫ. Законды ҡабул итеп, 250 мең һум бирә ҡалһалар, төпкөл ауыл ғаиләһе өсөн арыу булыр ине лә, әммә ҡалала йәшәгән өсөн был аҡса аҙ, әлбиттә. Бер депутат ер өсөн аҡса бирһәк, әлбиттә, сират кәмер, тик был аҙым ғаиләнең торлаҡ проблемаһын хәл итмәйәсәк, тигән фекерен дә белдерҙе. 250 меңде кешеләр шунда уҡ кредиттарын ҡаплауға ебәрәсәк.
Йәнә бер проблема: ғаиләләргә биреләсәк аҡсаны ла ҡайҙандыр табырға кәрәк буласаҡ. Мәҫәлән, Өфө ҡалаһында сиратта торғандарҙың яртыһы булһа ла ерҙе аҡсаға алмаштырырға теләһә, уларға 750 млн һум аҡса талап ителәсәк.
Ермолаевоның «Көнсығыш» биҫтәһендәге ерҙәр.
Парламент спикеры хәбәр итеүенсә, бушлай ер участогы алыу өсөн йыл башындағы мәғлүмәттәр буйынса 13 057 льготник һәм 2 427 бәлиғ булмаған инвалид бала тәрбиәләүсе ғаилә сиратта тора. Әгәр закон ҡабул ителһә, уларҙың 40-50%-ы аҡса алырға теләйәсәк тип күҙаллана.
Беҙҙең район-ҡалала ла бындай категорияға кергән граждандар байтаҡ. Уларҙың иҫәбен белергә тырышып, район һәм ҡала белгестәренә бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт итергә тура килде. Шулай итеп Көйөргәҙе районында төҙөлөш өсөн бушлай ер алырға хоҡуҡлы 30-лап кеше сиратта тороуы билдәле булды. Район хакимиәтенең төҙөлөш һәм тормош тәьминәте буйынса бүлегенең баш белгесе Артем Климов белдереүенсә, Зәк-Ишмәт, Керәүле кеүек бәләкәй ауылдарҙан ер участкаһын алырға теләүселәр юҡ. «Күберәк Ермолаево һәм Айсыуаҡтан һорайҙар һәм беҙ мөмкин булғанса уларҙың һорауын ҡәнәғәтләндерергә тырышабыҙ. Ҡайһы бер етәкселәр, ер участкаһын һәр береһенә үҙҙәренең ауылдарынан ғына бирергә кәрәк, тиҙәр ҙә ул. Әммә ул етәкселәр үҙҙәре бер генә лә бәләкәй, төпкөл ауылда йорт һалырға теләмәй бит әле. Шуға күрә башҡа кешеләрҙе лә аңларға була. Мәҫәлән, инвалид балаһы булған кешегә ҙурыраҡ, уңайлы шарттар күберәк булған ауылдан ер участкаһы алырға теләйәсәк, әлбиттә. Шулай уҡ үҙенең бәләкәй генә ауылында былай ҙа йорто булған кеше лә бер уңайлы шарттары булмаған ерҙән участка алғыһы килмәй, - тигән аңлатма бирҙе.
Күмертауҙа бушлай ер алыу өсөн барлығы 721 кеше иҫәптә торған. Уларҙың 555-е бушлай ер алыу бәхетенә эйә булып та өлгөргән. Бөгөнгө көндә сиратта 166 кеше ҡалған. Февралдә уларҙың да 30-лағанына Дубкинан ер участкалры бирергә уйлайҙар. «Бөтәһенә лә ер бүленгән, әҙерләнгән. Ҡалғандарына ла яҙ һәм йәй айҙарында ер биреп бөтөргә уйлайбыҙ», - ти ҡаланың торлаҡ бүлеге начальнигы Марина Суродина. Күмертауҙа кешеләр күберәк Шахтерҙар микрорайонынан ер участкаһы алырға тырыша. Бындағы участка ҡалаға ла яҡыныраҡ, һатып ебәрәм тиһәң, унда ерҙең хаҡы ла ҡыйбатыраҡ — буш ерҙе 400 мең һум тирәһенә осорорға була. Икенсе урында Авиатор тип аталған микрорайон килә. Бында ла ер участкалары ҡыйбат ҡына. Иң арзаны Дубкила. Бынан ер алғансы, кешеләрҙең күбеһе 250 мең һум аҡса алыуҙы хуп күрер, моғайын. Законды ҡабул ғына итһендәр...
Читайте нас: