«БРГИ янындағы машиналар туҡтау өсөн урын һәр ваҡыт ҡар һәм боҙ менән ҡапланған. Иртәнсәк балаларҙы машина менән мәктәпкә алып килергә тура килә, әммә бында туҡтап, баланы төшөрәм тиһәң, әллә күпме проблема килеп тыуа, авария хәүефлеге барлыҡҡа килә. Был тирәләрҙә ултыртылған ағас үҫентеләре лә ҡар аҫтында ҡалды, улар ҙа йәл. Гимназия директорының хужалыҡ буйынса урынбаҫары бер нисә тапҡыр МУП ДОР-ға шылтыратып ҡараны, әммә яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр һаман да юҡ. МУП ДОР директоры Юрий Куровтың үҙенә лә был проблема хаҡында белгерттек, әммә унан бик тупаҫ яуап алдыҡ. «Юшатыр» гәзите, һеҙ ошо проблеманы хәл итергә ярҙам итмәҫһегеҙме икән? Һеҙҙең гәзиттә баҫылғас та, яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр булмаһа, беҙгә тағы ла юғарыраҡ инстанцияларға мөрәжәғәт итергә тура киләсәк».
Хатты алғас, был һорау менән ҡала башлығының төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хужалығы һәм инфраструктура буйынса урынбаҫары Дмитрий Гавриловҡа сыҡтыҡ. Ул ҡыҫҡа ғына: «Разберемся», - тигән яуап бирҙе. Һүҙендә торор һәм был эште тәртипкә һалыр, тип ышанабыҙ. «Юшатыр» был хәлде контролдә тота.