Филүзә ВӘЛИДОВА, Таймаҫ ауыл советы хакимиәте эштәр идарасыһы:
- Беҙ һыу тотонған өсөн халыҡтан аҡса йыймайбыҙ, ә һыу ҡулланғанда киткән электроэнергия өсөн йыябыҙ. Мәсьәләнең асылын аңлаған кешеләр үҙ ваҡытында түләп бара, аңламағандар ҙа юҡ түгел, улар менән эшләүе ҡатмарлыраҡ. Әлеге ваҡытта ауыл советы буйынса һыуға 100-меңдән артыҡ бурыс йыйылып китте. Әгәр һыуҙың насосы өсөн киткән энергияға аҡса түләмәһәгеҙ, светте һүндереп китәбеҙ тип, ғинуар айында уҡ иҫкәртеп киттеләр. Утты һүндерһәләр, яңынан тоҡандырыр өсөн тағы ла аҡса түләргә кәрәк, шуға халыҡ аңлы рәүештә ваҡытында бурыстарын түләп барһа икән.