- Бахмут ауыл советында «Голд Фиш»та ғына һыу инеп була. Унда һыу инеүселәр өсөн бөтөн уңайлыҡтар бар. Ә башҡа урындарҙа һыу инеү тыйыла тигән яҙыуҙар элеп сыҡтыҡ. Был яҙыуҙар торһа ла, халыҡтың барыһы ла аңлап етмәй. Урамда үткән йәштәрҙе иҫкәртеп кенә торам, әммә барыһын да күҙ уңында тотоп булмай, ҡайһы берәүҙәр, барыбер, тәғәйенләнмәгән урындарҙа һыу инә. Ата-әсәләре үҙҙәренең балаларына һыу инеү хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен ныҡлап аңлатып, иҫтәренә төшөрөп торһондар ине. Ярамаған урында һыу инеүҙе ҡәтғи тыйһындар ине. Йәйге каникулдар башланыу менән балалар хәүефһеҙлеге айырыуса иғтибар үҙәгендә, сөнки балалар йәй осоронда күберәк үҙаллы булып китәләр. Проблема күп. Әгәр, Аллам һаҡлаһын, берәй хәл була ҡалһа, үҙҙәре ғәйепле бит. Һыу инеү арҡаһында үлем осраҡтары булғанын ишетеп-күреп торабыҙ. Ошо хаҡта барыһы ла уйлаһындар ине, был бит шаярыу түгел, ә үҙ ғүмерең менән уйнау була, - ти Бахмут ауыл советы хакимиәте башлығы Нурия Шәрипова.