Фәнис Мансур улы Рахманғолов, Свобода ауыл хакимиәте башлығы:
-Төҙөлөштә ҡулланылған материалдар, урындағы эшләмәгән үлсәү ҡоролмаһының тимер-томорон металлоломға тапшырып эшләнелгән аҡсаға алынды. Һыу насос будкаһын төҙөкләндереү хаҡы 21000 һумға барып төштө. Депутат Әкбәрова Лилиә заказы буйынса материал алынды, ауыл старостаһы Сәриә Килмәтова эш барышын контролдә тотто. Депутат Зөлфәт Килмәтов етәкселегендә Александр Бакин, Рәүеф Тазетдинов, Илшат Әкбәров, Фәрит Килмәтов, Рөстәм Хәлилов, Фаниз Баширов, Вәкил Хәлилов, Сәғәҙәт Йәрмөхәмәтов, Ирек Тазетдинов, Рәмил Бикҡолов, Әнүр Килмәтов, Ришат Бикҡоловтар эшкә ныҡлап кереште һәм ремонтлауҙы башҡарып сыҡты. Ошо эштә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ҙур рәхмәт белдерәм.