Интернет селтәрендәге халыҡтың зарын күреп, Свобода ауыл хакимиәте башлығы Фәнис Рахманғолов «Юшатыр»ға комментарий бирҙе.
- Отпуска ялына сығыр алдынан, 2 аҙна элек техника табып, Свобода ауылының Үҙәк һәм Механизаторҙар урамдарында һыу ағыҙып ебәреүсе торбаларын һалдыҡ, төҙөкләндереү эштәре яҡшы үтте. Шул ваҡытҡа тиклем түкәндәр ҙә мөрәжәғәт икән булһа, уларға ла барып етер инек. Әлбиттә, был проблеманы хәл итергә тырышырбыҙ, хәҙер аҡса табыу, техника эҙләү мәсьәләләре ҡараласаҡ.