Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
8 Ғинуар 2021, 14:51

Айнытҡысҡа кире ҡайтыу

"Башҡортостанда ғына йылына 100 кеше самаһы кеше эскән килеш урамда туңып үлә. Ә аяғын-ҡулын туңдырып инвалид ҡалғандары күпме? Былар барыһы ла бюджетҡа өҫтәмә йөк булып ята. Минән һорайҙар: нимәгә кәрәк ул һиңә, бомждар туңып үлгәндән донъя бөтмәй, киреһенсә, таҙарынып ҡалырбыҙ. Беренсенән, туңғандар барыһы ла бомж түгел, икенсенән, бомж булһа ла ул да беҙҙең кеше. ЛТП тигән ойошманы тергеҙгәндә лә шәп булыр ине, киләсәктә, бәлки, уныһы ла булыр". #вытрезвитель#айыҡтормош#Юшатыр

Дума депутаты Зариф Байғусҡаровтың районға бер килгәнендә әйткән һүҙҙәре был. Депутат, үҙенең арҡаҙаштары менән, әллә нисә йыл көрәште – илгә мотлаҡ айнытҡыстар кәрәк. Эскән кеше туңып үлеү, ғәрип ҡалыуҙан тыш, һалмыш көйө енәйәт ҡыла – илдәге һәр бишенсе енәйәтте эскән баштан ҡылалар. Илдә айнытҡыстар 80 йыл эшләне, нисәмә ғүмерҙе ҡотҡарғанын Хоҙай ғына белә. Иҫегеҙҙә булһа, элек был йортҡа эләгеү ныҡ мәсхәрә ине, эшләгән ереңә хәбәр итәләр (фатирға сиратта торһаң, артҡараҡ күсәһең), гәзиттә исемеңде бирәләр, ояты ни тора, башҡаса урам буйлап эсеп йөрөү ҡайҙа? Эсһәң дә өйөңдә генә, шым ғына эс тә ултыр.
Барыһы ла элеккегә кире ҡайта тиҙәр, бына айнытҡыстар ҙа яңы йылдан кире тергеҙелә. Ҡайһы бер ҡалаларҙа тәүге клиенттарын ҡабул итә башланылар ҙа инде (айнытҡысты асырға алдан әҙер торғандар әллә). Заманса айнытҡыс яртылаш хөкүмәттеке, яртылаш шәхси ойошма була, бында ҡунып сығыу буш түгел, уртаса 1,5 мең һум буласаҡ тиҙәр. Шәхси ойошма булғас, капитализмда йәшәйбеҙ, айнытҡыс хужаһы күберәк табыш алырға ынтылыр, моғайын, бер рюмка ғына күтәреп, йортоңа һин дә мин ҡайтып барған ерҙән дә елтерәтеп алып китә башларҙармы? Күмертауҙағы элекке күптәр яҡшы таныш айнытҡыс бинаһы етемһерәп ултыра, уға кире йән өрөрҙәрме, инвестор булырмы (Күмертау – ТОСЭР, айнытҡыс асҡанда, льготалар булырмы?) Һорауҙар күп, аңлашылмаҫан ерҙәре байтаҡ – был темаға Юшатыр киләһе һанда яуап табырға тырышыр.
Читайте нас