Халыҡ иҫәбен алыу апрель айында була, ҡарҙар иреп, һыу ташҡанда. Уға тиклем ваҡыт күп тиһәң дә, перепистең эштәре лә күп. Адрестарҙы күрһәткән табличкаларҙың дөрөҫ булыуы, уларҙың, ғөмүмән, булыуы, кем ситтә йәшәй, ә пропискаһы бында, кем Себерҙән йылына бер-ике генә ҡайта... Берәҙәк эттәр ауыл буйлап йөрөмәйме, быныһы ла мөһим. Иҫәп алыусыны ауыл буйлап баҫтырһалар, булыр һиңә ваҡиға.
Район хакимиәте, ең һыҙғанып, Халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлекте башланы. Башлыҡтың социаль өлкә өсөн яуап биргән урынбаҫары, барыһын да үҙ күҙҙәре менән күрергә тип, сығып китте, тәүге сәфәре – Яҡшымбәт. Ул бында куратор ҙа бит, шуға ошо тарафтарҙы тәүге итеп һайлағандыр. Яҡшымбәт – үҙе бер донъя, ауылдары күп, юлдары, бик шәптән булмаһа ла, оҙон. Байтаҡ кешеләрҙе, ялан-ҡырҙарҙы, ауылдарҙы байҡап сығырға өлгөргән Данил Акилов. Модулле ФАП-ты күреп иҫе киткән, күп балалы ғаиләгә лә һуғылған, урам-йорт исемдәрен күрһәткән табличкаларҙы ла үҙ күҙҙәре менән күргән. Төп һорауға- Яҡшымбәт Халыҡ иҫәбен алыуға әҙерме – яуап ҡәтғи, пионерҙарса – һәр ваҡыт әҙер.