- Һәр фатирға айырым йылытыу системаһы ҡуйырға тип бер йылы һүҙ булды, ул саҡтағы хакимиәт башлығы урынбаҫары Ринат Килдебаев, аҡса юҡ, һеҙ барығыҙ ҙа үҙаллы йылыта башлаһағыҙ, Ермолаево котельныйы нимә эшләр, тип яуап бирҙе.
- Был юҫыҡта эш башҡарыла, тиҙ булмаҫ, хөкүмәт аҡса бирһә (проекты 4,5 млн. һум), бер нисә йылдан автоном йылытыу булыр һәр берегеҙҙә.
Аңлатыу эштәре бер сәғәттән артыҡ барҙы. Бер домком һорайһы итте:
- Ә хаҡтарҙы арттырмайынса булмаймы?
- Юҡ, барыһы ла хәл ителгән.
- Хәл ителгәс, бер нимәне лә үҙгәртеп булмағас, ни бысағыма тип, беҙҙе бында йыйҙығыҙ?
Был һорау һауала аҫылынып ҡалды.