Юшатыр
-6 °С
Облачно
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
Все новости
Көнүҙәк мәсьәлә
14 Февраля 2021, 11:25
Эшләргә кәрәк
https://vk.com/yshatir?w=wall-33983974_44516 Кисәге яҙылған юлдар һәм вертолетҡа әйләнеп ҡайтабыҙ. Күмертауға ҙур түрәләрҙән торған делегация килде. Делегация башында премьер-министр А. Назаров, янында урынбаҫары Б. Беляев, сәнәғәт министры А. Шельдяев, Хөкүмәт аппаратынан, төҙөлөш министрлығынан да вәкилдәр бар. Сәфәр КүмАПП-тан башланды, заводты маҡтап телгә алдылар, вертолет кластеры төҙөү буйынса өмөтлө генә һөйләшеү булды. Маяҡ май заводына һуғылдылар, Маяҡ ауылына барғас, билдәле, даны бөтә донъяға таралған таҙартыу ҡормалдарын күрмәй китмәнеләр. (был ҡорамал 2017 йылда төҙөлдө, маҡтап яҙҙыҡ, ә ул эшләмәй торған икән, Төҙөлөш министрына ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылды, ҡорамалды сафҡа индергәндә, ҡала башлығы Б. Беляев ине, әле, үлек объекты ҡарап торғанда, нимә тигәндер - быныһы ҡараңғы ҡалды).
Аҙаҡ хакимиәттә йыйылдылар. Нәтижә былайыраҡ. Андрей Геннадьевич ҡала властарының сәсен һыйпап ултырманы, социаль-иҡтисади яҡтан Күмертау ныҡ артҡа сигенгән. Эшләргә кәрәк, тине. Башҡалар башын баҫып был һүҙҙәргә риза булды.
Эш сәфәренең күп яҡтары билдәһеҙ ҡалды. Кисә көнө буйы был турала бер хәбәр ҙә булманы, бына беҙгә бөгөн генә килеп етте.
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?