.Росстат халыҡ иҫәбен алыу буйынса аныҡ ҡына итеп, ҡасан үткәреләсәген, датаһын әлегә әйтә алмай. Сөнки сәбәптәре бер: короновирус пандемияһы менән бәйле. Шуның өсөн, хәүеф факторын һаҡлау күҙ уңында тотола.
Павел Малков Росстат башлығы:
- Пландар буйынса 2021 Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың төп этабы, был йылдың көҙөндә үтер тип ышанабыҙ. Хөкүмәт ҡушыуы буйынса сентябрь айы ҡуйылғайны, датаһы ла тикшерелде, тик был версия әлегә раҫланмаған тип, күҙалланды. Төп этапты үткәреү өсөн, ошо айҙың, ошо көнөндә буласаҡ тигән асыҡ ҡына мәғлүмәт юҡ, сөнки бик күп булған факторҙар йоғонто яһай. Беҙ һеҙҙең менән күреп торабыҙ, илдә хәлдең нисек икәнен, тағы ла ауырыусылар һаны күҙәтелә. Перепись үткәреү халыҡты хәүефһеҙлек рискына ҡуясаҡ. Эйе, беҙ ауырыу менән көрәшергә өйрәндек, прививка яһатыу, һаҡланыу өсөн индивидуаль маска, перчаткалар менән тәьмин дә ителерҙәр, шулай ҙа халыҡ өсөн был ҙур яуаплылыҡ, риск булып торасаҡ. Беҙ кеше ғүмерен хәүефһеҙлек аҫтына ҡуя алмайбыҙ, хаҡыбыҙ юҡ. Шуның өсөн дә, һуңғы ҡарар әлегә ҡабул ителмәгән.
Росстат хәбәр итеүенсә, сентябрь айында илдә эпидемия хәле стабилизироваться итәсәк. Ошо уңайҙан сентябрь айы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу өсөн, хәүефле була тип һанала.
Үткән йылдың 1 октябрендә перепись Рәсәйҙең төпкөл һәм йыраҡ райондарында башланғайны, унда ярты миллиондан ашыу кеше йәшәй. Малков һүҙҙәре буйынса төпкөл райондарҙа әлеге көндә халыҡ һанын иҫәпләүе туҡтатылды.
2022 йылда, йыл буйы барған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе һанының мәғлүмәте бирелер. Ә инде 2023 йылда, халыҡ иҫәбен алыуҙың һуңғы һөҙөмтәләре баҫылып сығыр.