Көнүҙәк мәсьәлә
21 Мая 2021, 07:38

Кемгə бар - кемгə юҡ

Юнир СЫНБУЛАТОВ, Яҡшымбəт ауыл хакимиəте билəмəһе башлығы:- Беҙең ауыл билəмəһендə Урта Бабаларға газ үтмəгəн. 2015 йылда уҡ барлыҡ ҡағыҙ эштəрен, проектты əҙерлəп тейешле урынға тапшырҙыҡ. Əлегə бер ниндəй ҙə яуап алманыҡ. Яҡынса алғанда ауылда 12-15 йорт, уларҙың яртыһында йəштəр йəшəһə, ҡалғандары əбей-бабайҙар, улар газ үткəрергə ризалыҡ бирерме, быныһы билдəһеҙ.

Юнир СЫНБУЛАТОВ, Яҡшымбəт ауыл хакимиəте билəмəһе башлығы:
- Беҙең ауыл билəмəһендə Урта Бабаларға газ үтмəгəн. 2015 йылда уҡ барлыҡ ҡағыҙ эштəрен, проектты əҙерлəп тейешле урынға тапшырҙыҡ. Əлегə бер ниндəй ҙə яуап алманыҡ. Яҡынса алғанда ауылда 12-15 йорт, уларҙың яртыһында йəштəр йəшəһə, ҡалғандары əбей-бабайҙар, улар газ үткəрергə ризалыҡ бирерме, быныһы билдəһеҙ. Был ауылда газ булмағас, йəштəр эргəлə урынлашҡан, Көйөргəҙе ауылына күсеп, шунда өйҙəр төҙөп йəшəйҙəр, шунлыҡтан халыҡ һаны тағы ла кəмене. Урта Бабаларҙа социаль объекттар ҙа юҡ, уның булыуы газ үткəргəндə мотлаҡ шарттарҙың береһе. Бер ваҡыт газ тултырылған махсус һауыт ҡуйып, газды шунан бирергə тигəн хəбəрҙəр ҙə йөрөгəн ине, əле уныһы ла ишетелмəй. Газ торбаһы ла ауылдан йыраҡ үтмəй, тик əлегə был ауылға газ үткəреү тураһында бер хəбəр ҙə килгəне юҡ.
Ниндәй ауылдарҙа газ үтә-үтмәй - гәзиттә булды.
Читайте нас