

Халыҡ иҫәбен ун йылға бер алалар, шуға бик әһәмиәтле ваҡиға ул, малдар һаны кәмеүе бер бәлә, ә халыҡ кәмеһә, ҡарауыл ҡысҡырып та ярҙам итеп булмай.
Киң масштаблы сара булғас, өйҙән өйгә йөрөүҙән тыш, уға балаларҙы ла йәлеп итәләр, һүрәт төшөрөргә, мәҫәлән. Әле район балалары Халыҡ иҫәбен алыу тигән темаға күп итеп рәсемдәр төшөргән, жюриға биргән. Беҙ кисә һораныҡ: бүләккә нимә бирәһегеҙ? Зонтик. Дөрөҫө зонт була инде, ниңәлер беҙҙең халыҡ яратып, иркәләп әйтә был һүҙҙе. Ә ысынында башҡортса зонттың исеме ҡулсатыр йәки көнгүләк була икән. Лапаҫ тип тә әйтә кемдер. Хәйер, нисек атама - ҡуллана торған ере бер, башҡа һыу үтмәһен. Был бүләк һәр балаға ла оҡшар. Еңеүсеһе кем була, беҙгә шунда уҡ хәбәр итербеҙ тинеләр.