Көнүҙәк мәсьәлә
3 Октября 2021, 05:01

Һорауҙар булһа, шылтыратығыҙ

24 сентябрҙəн Бөтə Рəсəй халыҡ иҫəбен алыуҙың контакт-үҙəге эшлəй башланы. Илебеҙҙең 24 төбəгендə йөҙҙəн ашыу оператор халыҡтың Бөтə Рəсəй халыҡ иҫəбен алыу кампанияһына бəйле һорауҙарына яуап бирəсəк.

Һорауҙар булһа, шылтыратығыҙҺорауҙар булһа, шылтыратығыҙ
Һорауҙар булһа, шылтыратығыҙ

24 сентябрҙəн Бөтə Рəсəй халыҡ иҫəбен алыуҙың контакт-үҙəге эшлəй башланы. Илебеҙҙең 24 төбəгендə йөҙҙəн ашыу оператор халыҡтың Бөтə Рəсəй халыҡ иҫəбен алыу кампанияһына бəйле һорауҙарына яуап бирəсəк. Мəскəү ваҡыты буйынса иртəнге сəғəт 9-ҙан киске 9-ға тиклем 8-800-707-20- 20 телефонына шылтыратып, үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирергə була. “Ҡыҙыу линия” халыҡ иҫəбен алыу тамамланғанса, йəғни 14 ноябргə тиклем эшлəйəсəк. Иҫегеҙгə төшөрəбеҙ, йəн иҫəп алыу 15 октябрҙəн 14 ноябргəсə үтəсəк.
- Был юлы кампания барышында электрон алымдар киң ҡулланыласаҡ. Компьютер белеме ниндəй кимəлдə булыуға ҡарамаҫтан, һəр кем уны үтəй алырға тейеш, “ҡыҙыу линия” операторҙары уларға ошо мəсьəлəлə ярҙам итергə тейеш тə инде”, — ти ”Ростелеком. Контакт-центр”-ҙың генераль директоры урынбаҫары Екатерина Филлипская. Торлаҡ йорттар буйлап йөрөгəндə иҫəп алыусылар махсус программаһы булған планшеттарҙы файҙаланасаҡ. Шулай уҡ иҫəп алыу участкаларында, шул иҫəптəн дəүлəт һəм мунииципаль хеҙмəттəр күрһəтеүҙең күп функциялы үҙəктəре биналарында ла иҫəп алыу һорауҙарына яуап бирергə була. Шулай итеп 8-800-707-20-20 “ҡыҙыу линияһы”на, йəки районыбыҙҙа 6-11-21, 6-11-23, 8-987-042-62-14 (иртəнге сəғəт 8-ҙəн киске 5-кə тиклем) номерҙарына шылтыратып үҙегеҙҙең һорауҙарығыҙҙы бирə алаһығыҙ.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас