Көнүҙәк мәсьәлә
7 Октябрь 2021, 11:40

Көйөргәҙе шишкиндары ярышы

Халыҡ иҫәбен алыу - быйылғы иң мөһим эштәрҙең береһе. Себеште көҙ һанайҙар тигән кеүек, был сара ла көҙгә тура килде, бер-беребеҙҙе барлар ваҡыт.

Көйөргәҙе шишкиндары ярышыКөйөргәҙе шишкиндары ярышы
Көйөргәҙе шишкиндары ярышы

Киң масштаблы ваҡиға өй беренсе кешене һананың да сыҡтың түгел (теләгәне интернет аша ғына үҙен яҙҙыра ала), уға эйәреп, башҡа саралар ҙа килә. Мәҫәлән, беҙ алдараҡ яҙған балалар араһында рәсемдәр конкурсы. Бөгөн был бәйгегә йомғаҡ яһалды.
Жюри ҡарамағына барлығы 19 картина тәҡдим ителде, береһенән береһе матур, Репин, Шишкин, Айвазовскийҙар беҙҙең арала күп икән. Ә бүләктәр 6-ау ғына. Шуға жюриҙар һәр рәсемде бик ҙур диҡҡәт менән ҡарап сыҡты, барыһы ла ғәҙел булһын. Һөҙөмтәлә бер түгел ике рәссам беренсе урынды алды. Бүләккә - ҡулсатыр (зонтик). Ҡалған бумала оҫталары ла ҡоро ҡалманы,

Был турала иртәгә гәзиттә була. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас