

Йомағужалағы Йəшлек урамында йəшəүселəрҙе зəңгəр яғыулыҡ үткəреү мəсьəлəһе борсоно. Был һорауға яуапты “Газпром” йəмғиəтенең капиталь
төҙөлөш бүлеге начальнигы Александр Кудрявцев бирҙе.
- Яңы закон буйынса, “Газпром” йəмғиəте, урам эсендə һəм ҡапҡаға тиклем торбаны бушҡа үҙҙəре үткəрəсəк. Ə инде ишек алдында халыҡ үҙ аҡсаһына һуҙырға тейеш. Был яңылыҡ газ үткəн ауылдарға ғына ҡағыла. Яңы закон 14 октябрҙəн үҙ көсөнə инəсəк.
Тулы материал үткән һанда баҫылды.