

Бөгөнгө көндә кешегә тере аралашыу етмәй, рәхәтләнеп аралашып, һөйләшеп йөрөү күңелгә ятты, өҫтәүенә әҙме-күпме килеме лә бар. Кемгә генә керһәм дә, йылы ҡараш менән ҡаршы алып торалар, яғымлы һүҙҙәр әйтеп оҙатып ҡалалар. Халыҡ иҫәбен алыуҙа ла барыһын да әүҙем булырға, иҫәп алыусылар менән матур итеп аралашырға, асыҡ булырға кәңәш итәм, был беҙҙең ваҡытты бушҡа уҙғармаҫҡа шәп ярҙам булыр. Илебеҙ киләсәге үҙебеҙҙең ҡулда, бар һорауҙарға ла башығыҙ менән уйлап яуап бирегеҙ.