Көнүҙәк мәсьәлә
15 Октября 2021, 05:33

Милләтеңде онотма!

Рәсәйҙә халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашыусылар өсөн, барлығы 33 һорау булдырылған. Һорауҙар араһында телдәргә ҡағылышлы 3 һорау буласаҡ. 11-се һорау - кешенең башҡа телдәрҙе белеүен асыҡлау, 12-се һорау - туған тел мәсьәләләренә арналған һәм 14-се һорау - кешенең милли сығышын билдәләй.

Милләтеңде онотма!Милләтеңде онотма!
Милләтеңде онотма!

Сөнки халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре буйынса телде һаҡлауға йүнәлтелгән, милли мәктәптәр төҙөү, мәҙәниәтен һаҡлау һәм күп нәмәгә ҡағылышлы программалар төҙөлә. Беҙҙеңсә әйткәндә, был беҙҙең артабанғы тормош, телебеҙҙең, илебеҙҙең киләсәге. Шуға күрә, милли составтың дөрөҫ билдәләүендә, беҙҙә ҡыҙыҡһыныу булырға тейеш. Әгәр беҙ үҙ тамырҙарыбыҙҙың ҡәҙерен белеп, тарихыбыҙ, милләтебеҙ, телебеҙ һәм халҡыбыҙ ҡәҙерен беләбеҙ икән - кешеләргә бланктарҙы нисек дөрөҫ тултырырға икәнен аңлатырға кәрәк.
Туған тел тураһындағы бланкта: һөйләү телмәре тураһында һорау - ошонда иғтибарлы булырға кәрәк, был бүлектә башҡорт телен ҡуйырға, хатта башҡорт телендә бер генә һүҙ белһәгеҙҙә, ә рус телен өҫтәмә тел тип ҡуйырға. Башҡорт халҡын кәметеүгә юл ҡуймаҫҡа, беҙҙең халыҡ һанының % әҙәйтмәҫкә, нисек булһа ла: башҡорт телен өйрәнеү буйынса синыфтарҙы, башҡорт мәктәптәрен, китапханаларҙы, юғары уҡыу йорттарын, театрҙарҙы һәм башҡаһын юҡҡа сығармаҫҡа. Тел юҡ икән - халыҡ та юҡ.
Һорауҙарға ентекләберәк ҡараһаҡ, 11 һорау - ниндәй телдәрҙе беләһегеҙ? Иң мөһиме, статистикаға, беренсе урында торған тел алына. Был һорауға килгәндә, телде белеү өсөн яҙа, йәки уҡыу белеү мотлаҡ түгел, хатта был телдә һөйләшеү ҙә мотлаҡ түгел. Уны аңлауың да етә. Иҫәп алғанда күпселек кеше үҙен "Башҡорт" тип яҙҙырһа, әгәр "Башҡорт теле" башта булһа, ул кеше башҡорт булып һанала.
Шулай уҡ, туған телде билдәләгәндә лә ошондай уҡ принцип ҡаралған, 12-се һорауға яуап биргәндә. Әгәр ҙә һин был телдә һөйләшмәйһең икән, шулай ҙа телде аңлайһың, йәки һинең ғаиләң башҡорт телендә һөйләшә икән, мотлаҡ "Башҡорт теле" тип яҙыу мөһим. Бәлиғ булмаған балаларҙың туған телен, ата-әсәһе билдәләй. Әгәр бала әлегә бөтөнләй һөйләшә белмәй икән, уларҙың ғаиәлһе һөйләшкән тел һанала. Ата-әсә башҡорт телендә аралаша икән, балаларығыҙҙы "Башҡорт" тип яҙҙыра алаһығыҙ. Был ҡағиҙәләр бөтөнләй һөйләшмәгән кешеләргә ҡағыла, улар өсөн опекундар, попечителдәр үҙҙәре һөйләшкән телде һайларға тейеш.
14-се һорау кешенең милли сығышын билдәләй. Бында милләт-ара никахтарҙа торған төп вәкилдәрҙең милләте ҡарала. Әгәр ҙә өтөр аша милләттәрен яҙалар икән, мәҫәлән "рус, башкирка", иҫәпкә "урыҫ" тип алынасаҡ. Шуның өсөн был осраҡта өҫтөнлөк биргән милләтте яҙырға кәрәк. Кешеләргә быны шулай уҡ төплө аңлатырға кәрәк.
Ҡәҙерле милләттәштәр, халыҡ иҫәбен алыу, бик етди һәм мөһим сара икәнен онотмағыҙ, ул - телдәр, халыҡтың милләте тураһында берҙән-бер рәсми сығанаҡ булып тора. Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, иҫәпте алыу һөҙөмтәләре - ул беҙҙең киләсәк тормош.
Күмертау ҡала башҡорттары ҡоролтайы ойошмаһы

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас