

Ундағы алынған мәғлүмәт һөҙөмтәһе буйынса киләсәккә пландар төҙөлә, ҡаҙнаның бюджеты бүленә. Шулай һәр нәмә аҡсаға бәйләнгән. Иң ҡурҡынысы беҙҙең Башҡортостандың киләсәге, шул аҡсаға барып төртөлә. Нисә быуат әллә күпме ҡан ҡойоп, ҡорбан биреп ата – бабаларыбыҙ яулаған илебеҙҙе киләсәк быуын өсөн һаҡларға тейешбеҙ. Әгәр башҡорт телен: “Минең тыуған телем” тип күрһәтмәһәк, башҡорттар һаны әҙ буласаҡ, шунан тороп, милли мәктәптәргә, балалар баҡсаларына, милли театрларыбыҙға, милли баҫмаларыбыҙға аҡса бүленмәйәсәк. Шулай уҡ колледж , институттарҙа башҡорт теле бүлектәре булмаясаҡ. Әлеге ваҡытта аҙ булһа ла, улар бик матур эшләп килә. Шуның өсөн, “Һинең тыуған телең” тигән һорауға бер ауыҙ һүҙ башҡортса белмәһә лә “Тыуған телем- башҡорт теле” тип тип яуап бирергә кәрәк. Үҙегеҙ генә түгел, туғандарығыҙға, таныштарығыҙға аңлатығыҙ. Һуңғы йылдар телде белмәгән ҡәрҙәштәребеҙ күбәйҙе. Был бик насар хәл. Балаларыбыҙҙы үҙ телебеҙҙән мәхрүм итеп, наҙлылыҡтан, моңдан, быуындан – быуынға күсеп килгән көс- ғәйрәттән, ҡан хәтеренән мәхрүм итәбеҙ. Әсәйҙәр, атайҙар, өләсәй – олатайҙар, ҡартасәй – ҡартатайҙар үҙ телендә баланы ихлас ярата, һөйә, үҙ телендә генә бөтә мөхәббәтен балаға бирә ала. Һәр йән эйәһе үҙ мөхитендә көслө. Мәҡәлдә әйтелгәнсә, эт ояһында, бүре урманда көслө, тигәндәй, беҙ, башҡорттар, үҙ илебеҙҙә көслө. Үҙ телебеҙ башҡорт теле тип яҙҙырайыҡ һәм башҡа телдәр (иные языки) тигән ергә лә – башҡорт теле тип иң беренсе яҙҙырығыҙ. Милләтебеҙ “башкир”, “башкирка” тип теркәтегеҙ. Мөһим статистика тикшеренеүҙәре кампанияһында тупланған мәғлүмәттәр Росстатҡа исемһеҙ ебәрелә, өсөнсө кешеләргә тапшырылмай һәм респонденттарҙы идентификациялау өсөн файҙаланылмай, ти белгестәр. Шулай булғас, кампания барышында һорауҙарға мөмкин тиклем тулы яуап ҡайтарыуҙан ҡурҡырға кәрәкмәй.