

Мин Һәр саҡ үҙемдең башҡорт булыуымды, бөрйән ырыуынан булыуымды күңелемдә ҙур бер ғорурлыҡ менән йөрөтәм. Шуға күрә Халыҡ иҫәбен алыуҙа мин мотлаҡ үҙемде лә, балаларымды ла башҡорт тип яҙҙырасаҡмын һәм милләттәштәремде лә тарихыбыҙға, тыуған телебеҙгә, илебеҙгә битараф булмаҫҡа саҡырам.
Беҙҙең Ялсыкай ауылы ялан-бөрйән ырыуына ҡарай. Әгәр был ырыу тарихында соҡонһаң, унда байтаҡ билдәле тарихи шәхестәрҙе табырға мөмкин - батырҙар, ҡурайсылар, сәсәндәр, һуғыш геройҙары, ижад эшмәкәрҙәре.
Башҡортлоғом хаҡында мин һәр ваҡыт ҙур кинәнес, ғорурлыҡ менән әйтәм. Башҡорттоң бит данлы тарихы, үҙенә генә хас ябайлығы, фәлсәфәһе, тормошҡа ҡарашы бар.
Башҡорт халҡының иң яҡшы вәкилдәре иҫәбендә минең яҡташтарым булыуы ҙур ҡыуаныс уята. Улар минең яратҡан яҙыусыларым Рәшит Солтангәрәев, Ғәлим Хисамов, башҡорт профессиональ музыкаһы башында тороусы Ғәзиз Әлмөхәмәтов, иң яҡшы педагог, композитор Айрат Ҡобағошов. Был исемлектә мин олатайымды, Социалистик хеҙмәт геройы Шәүәли Вахитовты ла телгә алыр инем. Әлеге мәлдә Мәскәүҙә йәшәп мин ҡайһы бер саҡта олатайымды белгән кешеләрҙе осратып торам.
Ҡыҫҡаһы, башҡорт булыуымды яратам, башҡорт телен яратам. Был телдә 4 мең ярым йылдан ашыу барлыҡҡа килгән Урал батыр эпосы һаҡлана. Матурлығы менән ботә донъяны таң калдырған йырҙар йырланыла. Башкорт телендә быҙырлап ҡымыҙ әсей, ғыжылдап ҡурай уйнай. Нисек инде үҙеңде был хөрриәттән ситләтергә?