Көнүҙәк мәсьәлә
15 Ноября 2021, 09:51

Аллаға шөкөр, бөттөк

Дәүләт статистика бүлегенең Күмертау ҡалаһы буйынса белгес-эксперты Ольга Алехина:

Аллаға шөкөр, бөттөкАллаға шөкөр, бөттөк
Аллаға шөкөр, бөттөк

 - Аллаға шөкөр, Халыҡ иҫәбен алыуҙы тамамланыҡ. Күмертау округына ҡараған бөтөн халыҡты иҫәпләп бөттөк. Проценттарҙа күпме кешене иҫәпләгәндәрен әйтә алмайым, шулай ҙа кампанияны яҡшы ғына башҡарып сыҡтыҡ. Тәүҙә күптәр бик асыулы ине, ишектәрен асманылар, ауырыу таратып йөрөйһөгөҙ тип, әрләп тә ебәрә алалар ине. Торараҡ эштәр һәүетемсә китте.
Ҡалала барлығы 149 иҫәп алыусы эшләне, уларҙан тыш, 15 контролер, 1 инструктор булды. Иҫәп алыусыларҙың кәйефтәре төрлөсә, ике студент ҡыҙыбыҙ бик шат - кергән һәр ерҙә яҡты йөҙ менән ҡаршы алдылар, сәй эсерҙеләр тип, эштәренән дә, халыҡтан да ҡәнәғәттәр.

Районда Халыҡ иҫәбен алыу нисек булған - был турала киләһе һанда. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас