

Ҡалала барлығы 149 иҫәп алыусы эшләне, уларҙан тыш, 15 контролер, 1 инструктор булды. Иҫәп алыусыларҙың кәйефтәре төрлөсә, ике студент ҡыҙыбыҙ бик шат - кергән һәр ерҙә яҡты йөҙ менән ҡаршы алдылар, сәй эсерҙеләр тип, эштәренән дә, халыҡтан да ҡәнәғәттәр.
вставка
Фәйрүзә Ғәлиәсҡәрова, район статистика бүлеге етәксеһе:
- Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу тамамланыуға шатланып ултырабыҙ. Өҫтөбөҙҙән ҙур йөк һәм яуаплылыҡ төшкәндәй булды. Был арауыҡта районда барлығы 39 иҫәпсе һәм 6 контролер эшләне. Иң мөһиме тыныс үтте: эт тешләмәне, кеше ташланманы. Тамамланыҡ, хәҙер эш һөҙөмтәләребеҙҙе күргебеҙ килә.