

Яңы ғына Ҡоролтай -Дәүләт Йыйылышы ошо турала закон проектын хупланы.
Артабан нимә булыр - киләсәктән бер яҡшылыҡ көтмәй инек былай ҙа, тик ауыл хакимиәттәрен юҡ итеү... Башҡа һыймай. Артабан нисек йәшәрбеҙ һинһеҙ, силсәүит? Кем юлдар, һыу, сүп, вакцинация һ.б. һ.б. өсөн яуап бирер, улай-былай булһа, ҡайҙа йүгереп барырбыҙ, ҡайҙан справка алырбыҙ, кемгә ялыу яҙырбыҙ, кемде әрләрбеҙ?
Әхәт Исламғолов, район Советы сәркәтибе:
- Был закон - федераль закон, дәүләт, шулай итеп, власть вертикален нығыта. Беҙҙең район миҫалында нимә буласаҡ?
Ауыл башлыҡтары, тимәк, булмай, бөтә, ауыл депутаттары ла булмаясаҡ. Һайлау, ошо кимәлдә бөтөрөлә. Муниципаль округ була һәм урындағы етәксе (элекке башлыҡ урынына) район тарафынан тәғәйенләп ҡуйыласаҡ. Саҡ ҡына оҡшаманымы, район башлығы уны ала ла ташлай, әле бының өсөн ауыл депутаттары тауыш бирергә тейеш. Әлбиттә, ауыл биләмәләре эреләтеләсәк, мәҫәлән, Таймаҫ, Свобода, Зәк-Ишмәт бер биләмә булып китәсәк. Бының кире яҡтары ла, ыңғайы ла булыр кеүек. Һыу мәсьәләһен, миҫалға, урындағы власть вәкиле хәл итмәйсәк, нисәмә йыл һөйләнгән, тик һаман эшләнмәгән махсус ойошма башҡарасаҡ барлыҡ һыу проблемаларын. Юлдар? Уныһы элеккесә ҡалыр инде - аҡса бүленә, юлдар таҙартыла, ремонтлана. Справка-ғәләмәт алыу элеккесә шул урында уҡ ҡалыр тим. Тик Зәк-Ишмәт кешеләре, свободалар Таймаҫҡа килергә тейеш була инде.