А с вводом в действие летом этого года еще и откормочного комплекса, нужно будет больше рабочих рук.
Интересно, что население близлежащих деревень вроде заинтересовалось... Пришли, устроились на работу..., и через 3 недели, получив зарплату, не вернулись.
Причем, когда бригадир грозит им увольнением за прогулы, равнодушно отвечают, мол не больно-то и надо.
Юлай Ильясовтың, район башлығының, әсенеп яҙғаны был. Эш юҡ тиһегеҙ, ул бар, эш хаҡы бик шәп - бар ҙа эшлә генә. Тик әллә ялҡаубыҙ, алма беш, ауыҙыма төш тип йәшәп өйрәнгәнбеҙ, әллә тағы берәй сәбәбе бар - кеше, имеш, был Ит Союзына эшкә бармай. Түбәгә төкөрөп ята.
Беҙ Керәүле яҡтарына шылтыраттыҡ (алйотланып бараһығыҙмы әллә, бындай эш хаҡы ҡалала ла юҡ).
- Алдайҙар улар. Малсы минималка ала унда. Әле ғинуар айына ла бирмәгәндәр аҡсаны. Мин үҙем дә бер нисә ай эшләнем унда, мал табибы булып. Барғанда 28-30 мең тинеләр, тәүге айҙа 18 мең алдым ҡулға, икенсе айында- 15. Ситтән яллап килтергәндәргә һәйбәт түләйҙәр, ти. Урындағы мужиктарға ҙур аҡса тәтемәй ул, - тип әйтте беҙгә бер ир. Икенсеһе::
- Әле урындағы халыҡтан 20-ләп кеше эшләп йөрөй, текучка күп унда. Йүнле эш булһа, китмәҫтәр ине. Бер ҡыҙыбыҙ шунда эшкә яңы урынлашты, диспетчер булып, уға 35 мең һум вәғәҙә иткәндәр икән, ҡайҙа китеп бараһың ул, Ағиҙелдең аръяғында бер энәгә - бер һыйыр, булған эшең, аҡсаһы аҙыраҡ булһа ла, стабильный ине лә баһа тинем, тыңламаны. Ярар, үҙе белә.
Ошондай хәлдәр. Рәсми ҡағыҙ бер ни һөйләй, ысынбарлыҡта эштәр икенсерәкме - яйы булғанда унда барырбыҙ, үҙебеҙ тотоп ҡарарға тырышырбыҙ.