

Республика Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова әйтеүенсә, мәҫәлән, УфаВита ойошмаһында 20 вакансия бар, эш хаҡы 40 мең һумдан артыҡ. Бөтөн республика буйынса алып ҡараһаң, хәлдәр ошолайыраҡ - эш бөтөн ерҙә бар.
Башҡортостан 2 мең самаһы ҡасаҡты ҡабул итә. Улар ҡала-райондарҙағы дөйөм ятаҡ һәм шифаханаларға урынлаштырыла. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығынан белдереүҙәренсә, Рәсәйгә Донбастан 91 меңдән ашыу кеше килгән. Ҡасаҡтарҙы илдең 43 төбәге һыйындыра.