Көнүҙәк мәсьәлә
18 Март 2022, 08:16

Үлем туйы ни хаҡ?

Кешенең үҙ ғүмерендә өс туйы була тиҙәр: тыуыу, өйләнеү һәм үлеү. 

Үлем туйы ни хаҡ?Үлем туйы ни хаҡ?
Үлем туйы ни хаҡ?
Был туйҙарҙың һәр береһе бөндәнең фани тормошоноң иң мөһим ваҡиғалары (аҙаҡҡы туйын үҙе күрмәһә лә). Һәм был ваҡиғаларҙың һәр бере, төрлө тойғоларҙан тыш, аҡса талап итә. 
Беҙҙеңсә, әле был бик актуаль тема - мәрхүмде ерләгәндә киткән сығым. Хәйер һымаҡ сығымды әйтмәйбеҙ, мәйетте, ул үлгәс, ҡәбергә төшөп күмелгәнгә тиклем талап ителгән башҡа сығымдарҙы күҙ уңында тотабыҙ. 
- Мин китеп-нитеп барһам, ауылға алып ҡайтып мәшәҡәтләнмәгеҙ, йыраҡ та, ауыл үҙе лә бөтөп бара. Балалар һуңынан унда ҡайтып йөрөй ҙә алмаҫ, ошонда, ҡалала, ғына ерләгеҙ. Исмаһам, килеп-китеп йөрөргә, ҡәберемде тәрбиәләргә уңайлыраҡ булыр, - бәғзеләр әленән, тере сағында уҡ, ошондай васыят ҡалдыра. 
Беҙ бөгөн Күмертауҙың Воротыновка зыяратында булдыҡ (фотоларҙа). Ритуал салонға ла һуғылдыҡ (уларға аҡса ғына бир - барыһын да үҙҙәре башҡара, мосолман ҡәбере ҡыйбатыраҡҡа төшә). Был турала - киләһе һанда. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас