Көнүҙәк мәсьәлә
22 Май 2022, 04:19

Аҫтан һурмай, өҫтән һурасаҡ

Кинйәабыҙҙа һыу проблемаһы әллә ни юҡ. 

Аҫтан һурмай, өҫтән һурасаҡАҫтан һурмай, өҫтән һурасаҡ
Аҫтан һурмай, өҫтән һурасаҡ
Шулай ҙа, ашаған белмәй, тураған белә тигән шикелле, һыуға бәйле сығымдар, башҡа ығы-зығыһы байтаҡ. Шуларҙың береһе - насостың тиҙ яныуы. Юшатыр әллә нисә яҙҙы (арыныҡ хатта был турала яҙып), йәй еттеме, башлана - насос янған, ауыл һыуһыҙ ултыра. 
Кинйәабыҙҙа ла шулайыраҡ ине хәлдәр. Насостың хаҡы яҡынса 60 мең һум. Ауылдағы насос ныҡ көсөргәнешле эшләгән, һыуҙы аҫтан һурған, шуға тине беҙгә Свобода ауыл биләмәһе башлығы Фәнис Рахманғолов. Әле яңы торбалар һуҙып, насостың эшен башҡасараҡ көйләп йөрөйҙәр. Хәҙер өҫтән һура башлаясаҡ. Тимәк, кинйәабыҙҙар һыу туҡтаны ла баһа тип зарланып ултырмаясаҡ. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас