Все новости
Көнүҙәк мәсьәлә
24 Мая 2022, 17:00

Яҡшымбәт хөрмәтенә ашағыҙ

- Яҡшымбәт өсөн тауышты көн дә биреп була икән дә, - Миннур апай Ильясова бөгөн шулай тип килеп керҙе.  

Яҡшымбәт хөрмәтенә ашағыҙ
Яҡшымбәт хөрмәтенә ашағыҙ
Яҡшымбәттәрҙең еңеүен шулай ныҡ теләйҙер, ҡоймаҡ тотоп килгән.
- Һеҙ ҡалала йәшәйһегеҙ ҙә....
- Күмертауҙа йәшәһәм дә, Яҡшымбәттеке мин. Бөтөн туғандарым да шунда. Бына саҡ ҡына күҙҙәрем насарайҙы, тауышты бирә алмаһам, һеҙгә килермен, - тине, - ә әлегә бына - ҡоймаҡ. Яҡшымбәт хөрмәтенә ашағыҙ. 
Рәхмәт, апай, бик тәмле булды ризығың. Яҡшымбәт еңгәс, табынды тағын йәйербеҙ, унда ҡоймаҡ менән генә хушһынмабыҙ. Ә әлегә тауыш бирәбеҙ: https://golos.bashkortostan.ru/polls/312/ 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: