Все новости
Көнүҙәк мәсьәлә
26 Мая 2022, 10:14

Берҙәм булайыҡ

Районда әле, ысынында, уның киләсәге өсөн өсөн тауыштар биреү бара. 

Берҙәм булайыҡ
Берҙәм булайыҡ
Береһе Йәшлек мәҙәниәт һарайы янын ҡулайлаштырыу, матурлау өсөн (һәммәһе 3600 тауыш кәрәк), икенсеһе - Яҡшымтәбттең Айыҡ ауылда еңеүе өсөн. Әллә берҙәмлек етмәй, тауыш биреү бик насар бара. Кемдер ҡулын һелтәй-  бында юлдар алама ята, ә һеҙ... Юҡ менән булаһығыҙ. 
Айыҡ ауыл буйынса ла шулайыраҡ. Эскән барыбер эсә инде, эш булмағанда, эш булһын тигән кеүек ҡыланаһығыҙ. 
Кемдер тауыш бирҙем ти ҙә алдай (миңә бүтән бәйләнмәгеҙ), ә бит, уйлап ҡараһаң, былар барыһы ла беҙҙең өсөн эшләнә. Мәҙәниәт һарайы янында матур мөхит булдырылһа, насармы ни. Бында ЗАГС, йәштәр өйләнешә, сыҡты ла фотоға төштө, ҡултыҡлашып йөрөп килде. 
Яҡшымбәт конкурста еңһә, ғәләмәт бит. Аҡса ала, ауылын матурлай.
Әле генә ошо темаларға арналған видеокәңәшмә үтте, төп һүҙ шул: хәлдәр бик шәптән түгел, әйҙәгеҙ, әүҙемләшәйек, иптәштәр. 
Ҡыҫҡаһы, тауыштарығыҙҙы йәлләмәгеҙ, берҙәм булайыҡ, бергә булайыҡ - район киләсәгенә үҙ өлөшөбөҙҙө керетәйек.
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: