Все новости
Көнүҙәк мәсьәлә
27 Мая 2022, 13:22

Яҡшылыҡҡа ынтылайыҡ

Ермолаевоның 2 мәктәбе янынан үтеүҙәре оло яфа ине.

Яҡшылыҡҡа ынтылайыҡ
Яҡшылыҡҡа ынтылайыҡ

Был турала әйтмәгән ерҙе ҡалдырманылар, машинаны ҡайһы яҡҡа борма, файҙаһыҙ, барыбер ниндәйҙер соҡорға барып сумаһың. Ниһайәт, ике көн элек, был мәхшәр ергә ҡырсын түшәлде. 

Башлыҡтың төҙөлөш буйынса урынбаҫары Юнир Мәзитов әйтеүенсә, әлегә ошолай булып торасаҡ, ниңә иртәрәк түшәмәнек - ямғырҙар ҡамасауланы. Бөтөн юл эштәре 15 июнгә тиклем тамамланасаҡ, торараҡ бында ла асфальт түшәләсәк.  
Әйткәндәй, теге ваҡыт Ермолаевола сходта юлдарға ялыулағандарында береһе әйтте: юҡҡа тауышланаһығыҙ, Күмертауға барып ҡарағыҙ тәүҙә. Унда беҙҙәгенә ҡарағанда әллә күпмегә насарыраҡ. Уныһы шулай, тик беҙ ниңә әле яманға тиңләшергә тейеш, яҡшылыҡҡа ынтылырға кәрәк. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: