

Юлиә Ниғмәтуллина, Күмертау ҡалаһы:
- Ата-әсәйҙәр өсөн ҡыҙыу мәл етте, һәр береһе балаларһын мәктәпкә әҙерләй. Былтыр бер улым ғына уҡыусы ине, кейем-һалымға ул тиклем ҙур сумма тотонолғаны хәтерҙә түгел. Быйыл бәләкәсем 1-се класҡа бара. Кейем, мәктәп кәрәк-яраҡтарына хаҡ артыуы бик ныҡ һиҙелә. Ике баламды кейендереү (береһе 6-сы класҡа, икенсеһе 1-се класҡа бара), канцтоварҙарһыҙ ғына, 36 меңгә барып баҫты. Уйлап ҡараһаң, был күптәр өсөн башҡа һыймаҫлыҡ сумма...
Баланы мәктәпкә ебәреү беҙҙең ата-әсәләргә күпмегә төшә - был хаҡта киләһе һанда яҙыла.