Все новости
Көнүҙәк мәсьәлә
18 Августа 2022, 13:11

Ышаныс

Шотт паркы быуаһында йөҙгән өйрәктәрҙе ҡырҙан уҡ күргәс, былар йорт ҡоштары ахры, бер нимәнән ҡурҡмай йөрөйҙәр тигән уй тыуҙы. 

Ышаныс
Ышаныс

Яҡыныраҡ килгәс кенә абайланыҡ: ҡыр өйрәктәре икән. Кешегә ышаныстары көслө, әҙәми заттан өркмәйҙәр ҙә. Бында аҡҡоштар ҙа булған, әле генә күҙгә салынманылар, улар ҙа ике аяҡлы йән эйәһенә ныҡ ышана, юҡһа, күптән осоп китерҙәр ине. 

Район башлығы Юлай Ильясов, урынбаҫары Данил Акилов менән паркты ҡыҙырҙыҡ. 
- Пландар ғәләмәт, - Юлай Талха улы был юлы беҙҙең гид кеүек, биләмәләрен күрһәтә, - ремонт бара, подрядсы йүнле генә эшләһә, быйыл тамамланырға тейеш. 
Бәҙрәфте барып күрҙек, әле уның һөлдәһе генә тора, дөрөҫ, тишектәре эшләнгән. Сәхнә. Уныһы ла бына-бына ҡалҡып сығырға тора, янындағы ҡыуаҡтарҙы үткәнендә булған өмәлә сабып ырғытҡас, ялан иркенәйеп киткән. Быуаға төштөк. Баяғы өйрәктәргә, әйләнә-тирәгә һоҡланып ҡарап торҙоҡ. 
- Бында пляж буласаҡ. Шезлонгтар ҡуябыҙ, ҡом алып килеп түгәбеҙ. Ҡотҡарыусы ла буласаҡ, балалар өсөн һыу инергә айырым урын бүләсәкбеҙ. 
- Бөтөн ҡала бында була икән....
- Әле лә улар бында, ана, әле роликтарҙа шыуып йөрөгәндәр кем тиһең, күмертауҙар. Бер нәмәһе генә... - башлыҡтың борсолоуы хатта йөҙөнә сыға, - халыҡ бар булған матурлыҡтың ҡәҙерен белһә ине. Ватып-емереп бөтмәһен. Шуға ышанғы килә. 
Быуала йөҙгән ҡыр өйрәктәренең хәле беҙҙекенән һәйбәтерәк ахры, улар, беҙгә ҡарағанда, бәндәгә, мәрхәмәткә күберәк ышана. Уларға ҡарата саҡ ҡына көнләшеү тыуҙы.
Матурлыҡты үҙебеҙҙән өркөтмәһәк ине. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: