Все новости
Көнүҙәк мәсьәлә
24 Августа 2022, 11:53

"Бисмилла уҡып барабыҙ"

Илүзә Собханғолова, Күмертау ҡалаһы, 6 бала әсәһе: 

"Бисмилла уҡып барабыҙ"
"Бисмилла уҡып барабыҙ"

 - Хәҙерге заманда баланы мәктәпкә кейендереү еңелдән түгел, бигерәк тә күп балалыларға ауыр. Беҙҙең балаларҙың 5-һе уҡыусы, 8-се, 7-се, 5-се, 4-се, 3-се кластарға баралар, бәләкәсебеҙ балалар баҡсаһына йөрөй. Мин үҙем дә күп балалы ғаиләнән, беҙ үҫкәндә бер-беребеҙҙең кейемдәрен кейеп үҫтек, хәҙерге балаларға бер-береһенән ҡалған кейемдәрҙе кейҙереп булмай, беренсенән ҡалала йәшәгәс кеше араһында кәм булмаһындар, тип уйлайһың, икенсенән тура ла килмәй, төрлөһө төрлө. Магазинға барғанда бисмиллаларыбыҙҙы уҡып, үҙебеҙҙе алдан әҙерләп барабыҙ.

Яңы уҡыу йылына әсәләр нисек әҙерләнә-ҡаршы ала, барыһы ла тулайым гәзиттең үткән һанында баҫылды. 

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас: