

- Әле урынлашҡан ергә килеп эләккәнсе өс ерҙә булдыҡ, унда шарттар насарыраҡ ине. Әлеге беҙҙең хәлдәр яҡшы, йәшәү шарттары ла шәп. Көнөнә өс тапҡыр ныҡлы ашаталар. Һауа торошона өйрәнеп китеүе ауырыраҡ, ныҡ һыуыҡ булмаһа ла, егеттәр күптәре һалҡын тейеп ауырый башланы. Кисә, беҙҙән һуң мобилизацияға эләккән егеттәргә барып, осрашып килдек, улар бында беҙгә яҡын урынлашҡан.
Иртән сафҡа теҙеп тағы бер ҡыуаныслы хәбәр әйттеләр, өс балалы егеттәрҙе ғаиләләренә ҡайтарабыҙ, тинеләр. Был исемлеккә беҙҙең ауыл егет Айгиз Хөсәйенов тә инә, Алла бирһә, бөгөн улар ҡайтырға сыға.
Материал тулылана....