Көнүҙәк мәсьәлә
19 Октябрь 2022, 07:13

Тупланыу

Бөгөнгө көндә иң мөһим проблема  - мобилизацияға эләккән егеттәрҙең, уларҙың бында ҡалған ғаиләләренең хәле.  

ТупланыуТупланыу
Тупланыу
Әле тап ошо проблемаға бәйле брифинг бара. 
- Аҙаҡҡы тапҡыр мобилизация беҙҙең илдә 80 йыл элек булды, шуға, билдәле, әлеге мобилизацияла күп кенә хаталар ҙа киткәндер, - район башлығы Ю. Ильясов шулай тине, - егеттәрҙең һаулығына бәйле һорауҙар ҙа байтаҡ булды, яуға киткәндәр үҙҙәре, ниндәйҙер сирҙәре булһа, был турала справка килтереп күрһәтергә тейеш. Яугирҙәргә нимә кәрәк, барыһын да алырға, табырға тырыштыҡ. Иң кәрәклеһе - йоҡлай торған тоҡ (спальный мешок), Савенкова Натальяға ҙур рәхмәт, уның ярҙамы ҙур булды. Регистратура картаһы төҙөнөк, бында тылда ҡалған ғаиләләр инде. Нимә әйтергә теләйем: бөтөн булған проблемаларығыҙҙы беҙгә япһарырға тырышмаһағыҙ ине. Райондың аҡсаһы юҡ. Бөтәбеҙ ҙә тупланып, бер-беребеҙгә ярҙам итергә тейешбеҙ, Рәсәй борондан шулай йәшәй - ауыр ваҡытта бергә туплана. 
Аҡса мәсьәләһе. Әле егеттәрҙең картаһына аҡса төшә башланы, был турала бик ҡайғырмағыҙ. 
Брифингта дауахана вәкиле лә бар ине.
- Беҙ һаулыҡ һаҡлау йәһәтенән барыһына ла ярҙам итергә әҙер, беҙҙең ишектәр һәр саҡ асыҡ, - дауахана аҙ һүҙле булды. 
Социаль яҡтан да әйтеп үттеләр. Бында ла ҡыҫҡа һүҙ яңғыраны:
- Беҙ һәр саҡ әҙер. Һорауҙар күп, береһен дә ситтә ҡалдырмабыҙ. 
Ғаилә Үҙәгенән Наталья Ивановна һүҙ алды. 
- Беҙ таңдан башлап кискә тиклем эштә, хатта ял көндәрендә лә беҙгә ял юҡ. Нимә кәрәк, ниндәй һорау бар, рәхим итегеҙ. 
Райондан 200-ҙән артыҡ егет яуға китеүен иҫәпкә алғанда, брифингта ҡатнашҡандар аҙ - 50 самаһы кеше. 
Берәү чатҡа яҙҙы - мобилизация ошоноң менән бөттөмө әллә тағы ла егеттәрҙе алып китәләрме?
Материал -  киләһе һанда. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас