Все новости
Көнүҙәк мәсьәлә
25 Октября 2022, 13:42

Йәшәгең килһә, мөгәрәпкә ҡас

Улай-былай була ҡалһа, халыҡҡа ҡайҙа ҡасырға, йәшеренергә?

Йәшәгең килһә, мөгәрәпкә ҡас
Йәшәгең килһә, мөгәрәпкә ҡас

Заманы шулай, Украинанан алыҫ йәшәһәк тә, юҡ-юҡта башҡа гонаһлы уйҙар килә - ҡурҡыныс мәл була ҡалһа (тәүбә-тәүбә), кеше ҡайҙа ҡасып ултырырға тейеш?
Был һорауҙы Өфө ҡалаһы ла, Күмертау ҙа күтәрҙе. Кем белә, ҡайҙа ул бомбанан йәшенә торған ерҙәр? Кемеһелер, Күмерселәр һарайы аҫтында тине, башҡаһы ҡала хакимиәте аҫтындалыр, үҙҙәренә тиҙ генә ҡасырға йәтеш тип әсе телләнде.
Ә бына ауыл кешеһенә, район халҡына, нимә эшләргә?
- Көйөргәҙе районы тыныс район һанала, потенциаль ҡурҡыныс янамай, беҙҙә стратегик объектар юҡ, берәү генә бар - подземгаз. Улай-былай хәл тыуһа, район, киреһенсә, ҡасҡан кешеләрҙе үҙенә ҡабул итергә тейеш. Элек, Совет власы заманында, һәр объект бомбанан ҡасырлыҡ итеп төҙөлдө, подвалы шуға ярашлы яһалды. Әле инде күп ҡатлы йорттар подвалына йәки мөгәрәпкә ҡасырға кәрәк буласаҡ. Беҙҙең бындай хәлдәр өсөн махсус план бар, тик уны һеҙгә күрһәтергә ярамай.
Күмертауҙа бомбанан йәшенер урын ҡайҙа - киләһе һанда яҙылыр.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: