Все новости
Көнүҙәк мәсьәлә
7 Ноября 2022, 15:11

Ҡапҡаға ҡарау

Мобилизацияға эләккән егеттәрҙең бында ҡалған ғаиләләрҙең власҡа үтенестәре күп.

Ҡапҡаға ҡарау
Ҡапҡаға ҡарау
Шуларҙың береһе - утынға мохтажлыҡ. 
Әле район хакимиәте бар көстө утын әҙерләүгә ташлаған, бөгөнгө көнгә 7 кешенең ҡапҡаһы төбөнә утын алып барып ауҙарғандар, йәнә 7 хужа утын көтөп ултыра. Көйөргәҙе районында 20 машиналыҡ ҡына лимит бар икән утынға, әле Өфөгә хат юллайҙар, был ғына етмәүе бар, тағы ла делянка бирегеҙ. 
Утын тәнде йылытыр, улдар, үҙҙәре ҡайтһа, йән өшөмәҫ. Ҡапҡаға ҡарау (утын килмәҫме, унан бигерәк, ҡапҡаны улым-ирем асып инмәҫме) дауа итә.  
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: