Все новости
Көнүҙәк мәсьәлә
15 Ноября 2022, 10:41

Тыныслан, йылға

Кем уйлаған, ошондай шарттарҙа бөйөк йылға - Днепрҙы -  барып күрергә тура килер тип?

Тыныслан, йылға
Тыныслан, йылға
Ревёт и стонет Днепр широкий,
Волну вздымая, ветер взвыл:
Могучей вербы ствол высокий
К земле безжалостно склонил, тип яҙған Тарас Шевченко. Ысынлап та, йылғаның әле тыныс сағы түгел. 
Көйөргәҙе районының мәрхәмәт ылауы - фронттағы егеттәргә тигән күстәнәстәр - теп-теүәл килеш барып етте. Һалдаттарға тапшырылды. Шуныһы: яуҙа йөрөгән һәр егеттең ҡулына тапшырылманы, фронт оҙон, меңәр километрға һуҙылған, бик теләһәң дә, яу ҡыры буйлап, арҡыры-буйы йөрөр ваҡыт түгел. 
Көйөргәҙенән Азамат Ҡәҙерғолов менән Роберт Шафиҡов алып киткәйне ылауҙы, беҙ, хәлдән килгәнсә, уларҙың сәфәрен яҡтырта барҙыҡ. Рәхмәт һеҙгә, егеттәр, оло эште башҡарҙығыҙ, сауаптары насип булһын. 
Днепрмы? Ул шулай уҡ бөйөк. Тик тыныс түгел: илай-һыҡтай. Йылға ла, донъялар ҙа тиҙҙән тынысланыр тигән өмөт менән йәшәүҙе дауам итәбеҙ. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: