Все новости
Көнүҙәк мәсьәлә
25 Февраля 2023, 10:02

«Доставаловтар» рәхмәт әйтә

«Доставаловтар» ебәрелгән ярҙам өсөн Башҡортостан халҡына рәхмәт һүҙҙәрен белдерә.

«Доставаловтар» рәхмәт әйтә
«Доставаловтар» рәхмәт әйтә

Яуҙағы яугир егеттәргә Башҡортостан халҡынан күрһәтелгән ярҙамдың туҡтағаны юҡ. Аҙыҡ-түлек, кейем-һалым, хатта хәрби кәрәк-яраҡ - нимә кәрәк тип әйтәләр, барыһы ла ебәрелеп тора. Доставалов батальонында алышҡан егеттәр әле, рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп, видео яҙҙырған. Машина өсөн, балалар ҡулы менән яҙылған хаттар өсөн рәхмәт, тиҙәр. Ауырымайбыҙ, хәлдәребеҙ һәйбәт тип, беҙҙе тынысландыралар. 

Барыбер йөрәктәге шом бөтмәй, барыһы ла туҡталып-тамамланып, өйҙәрегеҙгә ҡайтып ултырһағыҙ, шул саҡта күңелгә тыныслыҡ килер ине. 

Автор:
Читайте нас: