Все новости
Көнүҙәк мәсьәлә
26 Марта 2023, 11:17

Мин йырлармын өҙөлөп-өҙөлөп...

Артистар йырлай.

Мин йырлармын өҙөлөп-өҙөлөп...
Мин йырлармын өҙөлөп-өҙөлөп...

Яуҙа йөрөгән егеттәр янына барып, концерттар ҡуя. Кемдер уларҙы әрләй (йөрөйһөгөҙ пиариться итеп), икенсеһе рәхмәттәр әйтә - егеттәргә рухи терәк һеҙ.
Әле Рөстәм Ғиззәтуллин барған, Зәйнетдин дә булған. Боронғо, беҙҙең ата-әсәләр ҡунаҡтарҙа яратып башҡарған йырҙы ла йырлағандар - "Зәңгәр томандар артында".
Бәхәсҡә ҡыҫылғы килмәй (барып йырлағандары һәйбәтме-насармы), шуны ғына теләге килә: һөйгәнегеҙҙе бында ҡалдырып, әллә ҡайҙарҙа, томандар артында ҡалһағыҙ ҙа, тыуған яҡҡа ҡайтырға яҙһын. Йөрәккәйҙәрҙең әрнеп яныуы баҫылһын ине. Һеҙҙең дә, беҙҙең дә. 

Автор:
Читайте нас: