Все новости
Көнүҙәк мәсьәлә
30 Марта 2023, 11:49

Ташлыкүл Күмертауға күсә

10 сентябрҙә - Һайлауҙар.

Ташлыкүл Күмертауға күсә
Ташлыкүл Күмертауға күсә

Күмертау быйыл Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайға ғына депутаттар һайлай, Көйөргәҙе районы, быныһынан тыш, силсәүиттәрҙе лә һайлайсаҡ.

Һайлау һайын беҙҙе ниндәйҙер үҙгәрештәр көтә, был юлы ла бар улар. Мәҫәлән, Күмертау һайлау округына Мәләүез районының бер нисә ауылын кереткәндәр - Ташлыкүл, Тамъян, Ҡаран ауылдарын. Мәмбәтҡол менән Бөгөлсәнде алғандар- кире районға биргәндәр. 
5 апрелдә ҡалаға Мәскәүҙән ҡунаҡ килә. Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы Евгений Шевченко. Ырымбурҙан Өфөгә үтеп барышлай, беҙгә лә һуғыла икән. 
Күмертау һайлау комиссияһы рәйесе М. Подковко менән әңгәмә әле ошолар тураһында барҙы. Алда барыһын да ҙур эш көтә. Ҡоролтайға яңы (бәлки, иҫке) депутаттар киләсәк. Әле, иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Күмертауҙан ике депутат - С. Афонин һәм Х. Ғайсин. 
Автор:
Читайте нас: