-6 °С
Болотло
Элек һауа ла зәңгәрерәк, һыу ҙа таҙараҡ, ҡоштар ҙа матурыраҡ һайрай ине, тигән кеүек, ностальгия биләп алды. Фотола Яманһары ауылында, Еңеү байрамынан һуң төшкән фото. Күбеһе юҡ инде инәй-бабайҙарҙың, йәндәре баҡыйлыҡҡа тип китеп барҙы. Күгебеҙ зәңгәр, һыуҙарыбыҙ таҙа булғаны, ҡоштар тауышын һаман тыңлап йәшәгәнебеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә.